Конкурс инде матур йолаға әүерелде. Ул балалар араһында популярлыҡ яулай бара. Йыл һайын “Оҫталар ҡалаһы” “Башҡортостан баҡыры” ойошмаһы менән берлектә үткәрелә. Быйыл Һамар, Подольск, Бүребай һәм Аҡъяр ауылдарынан 21 ҡатнашыусы булды.
Жюри 17 эште ике йәш төркөмөндә баһаланы. Улар ҡағыҙҙан, сәйләндән һәм башҡа тәбиғи материалдарҙан яһалғайные. Һәр ҡатнашыусы үҙ проектын лайыҡлы яҡлай алды. Һөҙөмтәлә призлы урындар, махсус номинацияларға билдәләнде, ҡатнашыусы сертификаттары ла бирелде.
Шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү буйынса ярыштар уҙҙы. Уҡыусылар квадрокоптерҙар менән идара итеү оҫталығын күрһәтте.
Сара бик ҡыҙыҡлы үтте.
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.