Улар хәрби аттың тарихын өйрәнде һәм видеоролик ҡараны. Үҙ ҡулдары менән ат һүрәттәрен эшләнеләр. Керчь – Миәкә районының Илсеғол ауылынан атаҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың аты. Ул бөтөн һуғышты Берлинға тиклем үтә. Маршал Буденный бойороғо буйынса республикаға кире ҡайтарыла алған берҙән-бер ат ул Керчь!
Римма БАЙМЫРҘИНА,
Республика балаларҙы һауыҡтырыу-белем биреү, туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәгенең директор урынбаҫары.
Өфө ҡалаһы.