-4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Милли музейҙа – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө!

Ҡәҙерле кескәйҙәр, ата-әсәләр, өләсәй һәм олатайҙар! Йәйҙең тәүге көнөн Башҡортостандың милли музейында бергәләп үткәрергә саҡырабыҙ.

Милли музейҙа – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө!
Милли музейҙа – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө!

Был көндә музей залдары балаларҙың шат тауыштарынан яңғырап торһон өсөн матур байрам программаһы тәҡдим итәбеҙ.
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә музейҙа экскурсия һәм тиҫтәгә яҡын оҫталыҡ дәрестәре* үтәсәк. «Милли музей балалар өсөн» акцияһына ҡушылған һәр балаға бүләккә – матур тәъҫораттар һәм тәмле туңдырма!
Барығыҙҙы ла Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14-се йорт адресы буйынса көтөп ҡалабыҙ.

* оҫталыҡ дәрестәре түләүле


14 йәшкә тиклемге балалар өсөн музейға инеү бушлай.
Рәхим итегеҙ!

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: