-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Оҫталыҡ дәрестәре
27 Ноябрь , 14:23

Ҡурған башҡорттарынан – оҫталыҡ дәресе

Өфөнөң Көрәш һарайы алдындағы майҙанда бөгөн дә Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың эре габаритлы техникаһы күргәҙмәһен ҡарарға мөмкин. Милли ризыҡтар фестивале лә бара. Беҙ буҙа, талҡан әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресен ҡараныҡ.

Ҡурған башҡорттарынан – оҫталыҡ дәресе
Ҡурған башҡорттарынан – оҫталыҡ дәресе

 

Рәхилә Ғилемйәнова һәм Мая Лоҡманова – "Терра Башҡортостан" туризм үҙәгенән фольклор төркөмө ағзалары. Буҙа яһау, уның файҙаһы, шулай уҡ Ҡурған башҡорттарының милли кейемен тергеҙеүҙәре тураһында һөйләнеләр. Үҙҙәре сығыштары менән шул яҡтарҙан икән. Рәхилә апайҙың өҫтөндә ҡомартҡы кейемдәр генә,  улар үткән быуаттан һаҡланған, 1928, 1940, 1956 йылғы әйберҙәр. Башындағы яулығы иһә килен булып төшкән сағында бүләк ителгән.

Видеоны ҡарағыҙ, дуҫтар. 

Фото һәм видео: Э.ӘСӘҘУЛЛИНА.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: