Тәтешле районының балалар ижады үҙәгендәге “Ҡояш түңәрәге” оҫтаханаһында тыуа икән был тылсым. Елена Фәниз ҡыҙы Әхийәрова уҡыусылар менән бергәләп бик күп йылдар инде балсыҡтан мөғжизә тыуҙыра. Түңәрәктә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар шөғөлләнә. Инклюзив оҫтахана – республиканың төньяҡ райондарында эшләп килгән тәүге проекттарҙың береһе. Оҫтаханала яҡшы ремонт эшләнгән, грант аҡсаһына балсыҡ әйберҙәрҙе яндырыу мейесе, көршәксе түңәрәге алынған. Балалар үҙ ҡулдары менән аҡ балсыҡтан төрлө әйберҙәр әүәләргә, уны ялтырауыҡлы буяу менән буярға, лакларға өйрәнә. Мейестәге 1 мең 200 градуслыҡ эҫелә улар 6 сәғәт киптерелә. – Бындағы балалар шул тиклем балсыҡ менән уйнарға яратамы? – тип ҡыҙыҡһынам. – Әлбиттә! Балсыҡтан һауыт та, уйынсыҡ та, сәскә лә эшләп була. Яһаған әйберҙәребеҙҙе төрлө төҫтәргә буяйбыҙ, орнаменттар менән дә биҙәргә мөмкин. Рәхәтләнеп эшләйбеҙ! Аҙаҡ әҙер әйберҙәрҙе әсәйҙәргә, атайҙарға, өләсәйҙәргә бүләк итәбеҙ. Балсыҡ әүәләү сәләмәтлек өсөн иҫ киткес файҙалы: моториканы, телмәрҙе үҫтерә, һүрәт төшөрөүҙә лә ярҙам итә, хатта яҙыуҙы үҙгәртә, – ти үҙ эшенә мөкиббән киткән остаз. Тылсымлы сувенирҙар хәҙер беҙҙең редакция бүлмәһен дә биҙәп ултыра. Балалар ижады үҙәге директоры Динара Рәмил ҡыҙы Шәрәфисламова менән Елена Фәниз ҡыҙы Әхийәрова бүләген тәтешлеләрҙең гәзитебеҙгә ихтирам билгеһе итеп ҡабул иттек. – Әйҙәгеҙ, беҙгә лә инегеҙ, – тип ихлас ҡаршы алды Мөҙәрис Әғзәм улы Мортазин. Ул «Электроника» берекмәһен егерме йылдан ашыу етәкләй икән. Күп малайҙар, хатта ҡыҙҙар ҙа радиоһәүәҫкәрлек менән «ауырый», электроника нигеҙҙәрен үҙләштерә. Киләсәктә һөнәр һайларға ла булышлыҡ итә был шөғөл. – Тәрбиәләнеүселәрем төрлө проекттарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашып тора. Яңыраҡ Өфөлә «Йондоҙло эстафета» халыҡ-ара фәнни-техник проекттар конкурсының республика этабы үтте. Унда 100-ҙән ашыу бала үҙ проектын төрлө йүнәлештәрҙәге секцияларҙа яҡланы: йыһан лабораторияһы, программалау, йыһанда роботтар, Ерҙе, энергияны һәм кешене һаҡлау... Жюри ағзалары беҙҙең пластик шешәләрҙән 3D-принтер өсөн филамент алыу проектын юғары баһаланы, ул I урын алды. Тәрбиәләнеүселәрем Ирек Шәйхетдинов менән Айбулат Ҡарамовҡа афарин! Хәҙер улар лазер гравер яһау өҫтөндә эшләй. Түңәрәктең эше тураһында Мөҙәрис Әғзәм улы сәғәттәр буйы һөйләй ала. Шул тиклем эшһөйәр педагог үҙе! Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүселәр район данын артабан да күтәрер.