

“Лилиә Юнысова алып барған осрашыуҙа ҡатын-ҡыҙ, әсәй һәм психолог булараҡ үҙемдең фекерҙәрем менән уртаҡлаштым, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙем. Беләһегеҙме, нимә аңланым? Кешеләр алдына сығып баҫыу тулҡынландырғыс. Әммә... миңә оҡшай икән! Бер мәғлүмәтте бер юлы төркөмгә еткереү, уларҙың күҙ ҡараштарын күреү, үҙҙәрен эргәлә тойоу күңелгә бик ятты. Килгән ҡыҙҙар менән метафора карталары ярҙамында уларҙы борсоған һорауҙарҙы ҡараныҡ.
Индивидуаль һәм күп осраҡта онлайн эшләгән кеше өсөн был осрашыу шәп булды – тере аралашыу, эске тойғоларҙы бергәләп асыу... Ошондай йылы, ысын күңелдән осрашыуҙарҙы дауам итергә теләйем. Ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ойоштороусы Лилиәгә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Рәхмәт, был осрашыу миңә күп нәмә бирҙе”.