-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Минең ҙур сәхнәлә тәүге сығышым биш йәштә булды»

«Ҡәҙерле редакция! Йәш йырсы Наҙгөл Отузова тураһында күберәк белгебеҙ килә. Ул ҡайһы яҡтан, кем булырға хыяллана икән? Cәләм менән, Алһыу һәм Әминә. Өфө ҡалаһы». Наҙгөл Отузова – һәләтле йәш йырсы. Рәсәй кимәлендә лә танылыу яулап өлгөрҙө. Был ҡыҙ менән яҡынданыраҡ таныштырыу өсөн уға бер нисә һорау бирҙек.


– Наҙгөл, һинең ҡайһы яҡтан икәнеңде барыһы ла белеп бөтмәйҙер. Тыуған яғың тураһында әйтеп үт әле.
– Мин Башҡортостандың иң матур, бай тәбиғәтле төбәктәренең береһе – Салауат районының Янғантау ауылында йәшәйем. Ғаиләлә берҙән-бер генә баламын.
– Бик матур йырлайһың: нәҫелегеҙҙә йырсылар бармы?
– Юҡ. Әммә бөтәбеҙ ҙә йыр-моңға ғашиҡбыҙ. Йыш ҡына бергә йыйылып, башҡортса йырҙар йырлап ултырабыҙ. Минең ҙур сәхнәлә тәүге сығышым биш йәшлек сағымда конкурста булды. «Шаян йыр»ҙы башҡарғайным. Ике туған апайым менән бергәләп әҙерләндек, уның музыкаль белеме бар.
– Әйткәндәй, мәктәптә ниндәй фәндәрҙе яратып өйрәнәһең?
– Миңә әҙәбиәт һәм музыка дәрестәре оҡшай. Йырҙы ниңә яратҡаным аңлашыла инде: сөнки вокал менән шөғөлләнәм һәм йыр-моң минең күңелемә ныҡ яҡын. Әҙәбиәт дәрестәрен дә көтөп алам, сөнки унда үҙеңдең фекереңде белдерергә мөмкин. Мин күп уҡырға яратам.
– Һин Рәсәй кимәлендәге йыр конкурс­тарында ла ҡатнашаһың…
– Эйе, бик күп бәйгеләрҙә ҡатнашырға тура килде. Өфөлә, бүтән ҡалаларҙа. Иң иҫтә ҡалғаны, әлбиттә, Мәскәүҙәге «Тауыш. Балалар». Был конкурс минең өсөн ҙур тәжрибә мәктәбе булды. Күп нәмәгә өйрәндем. Ундағы дуҫтарса мөхит бик оҡшаны. Балалар бер-береһенә көнләшеп ҡарамай. Бик татыуҙар, бер-береһен әллә ҡасандан белгән кеүек дуҫтар.
Өфөлә үткән «Бөтә тауышҡа» хәтергә уйылып ҡалды. Мин унда еңеүсе булдым. Баһалама комиссияһы ағзаларының профессионализмы оҡшаны. Ҡатнашыусылар үҙ-ара бик дуҫ инеләр.
– Наҙгөл, һине мөһим сараларға йыш саҡыралар. Күптән түгел 53-сө Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарын асыу тантанаһында «Өфө-Арена»ла Рушана Вәлиева менән был спорт байрамының гимнын башҡарҙығыҙ. Һин йәш кенә көйөнсә Рәсәйҙә танылыу яуланың. Популяр булыу ҡыйын түгелме?
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, үҙемде танылған кеше, тип иҫәпләмәйем. Популярлыҡ артынан ҡыумайым. Миңә йырлау ныҡ оҡшай, был иң яратҡан шөғөлөм күңелемә ҙур кинәнес бирә. Вокал – ул минең тормошом, музыка менән йәшәйем.
– Эйе, киләсәгемде йыр менән бәйләргә уйлайым. Унһыҙ йәшәй алмайым. X синыфҡа барам. Ә XI синыфты тамамлағас, юғары уҡыу йортона уҡырға инергә хыялланам.
– Сәнғәт – ул ҙур хеҙмәт, эйе бит. Уңышҡа ирешер өсөн ныҡ тырышырға, күп көс һалырға кәрәк. Йырлап ҡына йөрөй бит ул, тип әйтеүе генә анһат. Бына һин вокал менән шөғөлләнеүгә көнөнә күпме ваҡытыңды бүләһең?
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин һәр ваҡыт йырлайым, көн һайын, көнө буйына йырҙан айырылмайым. Ә былай махсус рәүештә 2 cәғәт ярым шөғөлләнәмдер. Шулай уҡ актёрлыҡ оҫталығы дәрестәре алам, сәхнәлә үҙемде нисек тотоу буйынса, бейеү менән дә шөғөлләнеүгә ваҡыт бүләм.
– Үҙеңдә ниндәй сифаттарҙы тәрбиәләргә теләр инең?
– Тамашасы алдында сығыш яһар алдынан тулҡынланмаҫҡа, ҡаушап ҡалмаҫҡа кәрәк. Ҡыйыулыҡ мөһим. Үҙемде улай уҡ оялсан, тип әйтмәҫ инем, әммә ҡайһы берҙә быны еңер өсөн тырышырға тура килә.
– Вокалдан тыш, бүтән яратҡан шөғөлдәрең бармы?
– Миңә баскетбол оҡшай. Әсәйем бит был спорт төрө менән профессиональ рәүештә шөғөлләнгән. Моғайын, спортҡа һөйөү унан киләлер.
– Йәйең нисек үтә?
– Бик күңелле генә. Был миҙгелде бик яратам. Үҙеңдең баҡсаңда рәхәтләнеп йәшелсә, емеш-еләк менән һыйланаһың. Ял итеп, яңы уҡыу йылына көс йыяһың. Әлбиттә, йырлайым, концерттарға әҙерләнәм, ҡатнашам.
– Яуаптарың өсөн рәхмәт, Наҙгөл! Киләсәктә лә уңыштарың, матур йырҙарың менән тамашасыларыңды ҡыуандырып тороуыңды теләйбеҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА һөйләште.
Читайте нас: