+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
7 Декабрь 2017, 22:37

Мәктәпкә килде ҡунаҡтар

Белем усағыбыҙҙа яҙыу­сылар менән осрашыу матур бер йолаға әүерелде. Уларҙың килеүен кө­төп алабыҙ.

Әле ҡасан ғына ауыл халҡы һәм мәктәп уҡыу­сылары, уҡытыусылары яҡташ шағирыбыҙ Әхмәҙин Әфтәхтең юбилей кисәһен ойоштороп, яҙыусылар менән аралашыу бәхетенә ирешкәйне. Ә яңыраҡ мәктәп директоры Гөлшат Рауил ҡыҙы Йомағужина тырышлығы менән тағы бер онотолмаҫ кисә булды. Быныһында мәшһүр яҙыусы Зәйнәб Биишеваның улы, билдәле ғалим, химия фәндәре докторы, профессор Тельман Әминев, халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, йәш яҙыусы, журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов, районыбыҙҙың алдынғы уҡытыусыһы, республика ҡурай бәйгеләре еңеүсеһе Мөхәмәт Түлебаев килгәйне. «Күңел экологияһы» исемле сара үтте. Мәктәп ишегенән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғас, улар иң тәүҙә уҡыусылар, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар ярҙамында ойошторолған күргәҙмәне ҡарап сыҡты.

Бындай осрашыуҙар беҙҙә йыш ойошторолоуына ҡарамаҫтан, һәр береһе үҙенсәлекле үтә. Иң тәүҙә ҡунаҡтарға концерт ҡуйҙыҡ. Алып барыусылар – Рәзилә Фазылова һәм мин тамашасыларҙы сәләмләгәс, Рәшит Ниғмәтиҙең «Ватан» исемле шиғыры буйынса төшөрөлгән видеояҙма күрһәтелде. Гөлиә Хәйруллина, Руслан Йомағужин, Зөлхизә Яхина, Даян Хәйруллин, Фәнзилиә Бик­ҡужиналарҙың сығыштары, йыр уҡытыусыһы Ләйсән Миңлеғәлиева баш­ҡарыуында халыҡ йыры «Һандуғас» кисәгә тағы ла йәм өҫтәп ебәрҙе. Ысынлап та, шундай саҡтарҙа тыуған төйәгебеҙҙең, тәбиғәтебеҙҙең ғәжәйеп бай, гүзәл булыуына инанаһың. Тыуған яғыбыҙ үләндәренең, емеш-еләктәренең файҙаһы тураһында башланғыс синыф уҡыусылары шиғырҙар аша белдерҙе. Хор башҡарыуында «Мәтрүшкәләр» йыры яңғыраны. Ҡәҙим Аралбайҙың үҙенең ши­ғыр­ҙарын һөйләп ишеттереүе кисәне байытып ебәр­ҙе.

«Эйе, тәбиғәт кешегә – үҙ балаһына бер нәмә лә йәлләмәгән», – тип һүҙен башлап ебәрҙе ҡәҙерле ҡунағыбыҙ Мөхәмәт Түлебаев. Ул үҙенең сығышында ҡурайҙың кешеләр күңеленә дауа булыуы, бәндәләргә илһам биреүе, мөҡәддәс тойғолар уятыуы, уның тик башҡорт ерлегендә генә үҫкән үлән икәнлеге хаҡында һөйләне. Мөхәмәт ағайҙың ҡурайҙа уйнауы барыһын да илһамландырҙы. Тылсымлы ҡурай тураһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирүзә Сәйфулла ҡыҙы Фәттәхова матур тамаша сәхнәләштергәйне.

Яратҡан яҙыусыбыҙ Зәйнәб Биишеваның улы Тельман Әминев әсәһенең магнитофон таҫмаһына яҙҙырылған тауышын тыңлатты. Шунан, химия фәндәре докторы булараҡ, тәбиғәттең, ысынлап та, кешенең күңел торошона бәйле булыуы, һәр миҙгеленең йоғонто яһауы тураһында бәйән итте. Ә физика уҡытыусыһы Хәтижә Бәхти ҡы­ҙы Ғайсина Әхмәҙин Әфтәх һүҙҙәренә яҙылған «Аҡ ямғырҙар» йырын йырлап ишеттерҙе. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алды.

Әйткәндәй, Тельман Әминев мәктәпкә Рәшит Зәйнетдиновтың «Ер рухы» картинаһының репродукцияһын бүләк итте.

Матур үтте осрашыуыбыҙ.


Илүзә ШОҠОБАЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Белорет районы, Абҙаҡ мәктәбе.

Читайте нас: