+12 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
8 Декабрь 2017, 01:50
Байназарҙа ла дуҫтарыбыҙ артһын!
Дуҫтар менән күрешеп, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә ни етә һуң?! Йылы аралашыуҙан үҙебеҙгә илһам, матур тәьҫораттар алып ҡайтабыҙ. Байназар мәктәбендә булғандан һуң да күңел тағы күтәрелеп китте. Шулай булмай ни, тиҫтерҙәрен йөкмәткеле мәҡәлә-хәбәрҙәре менән һөйөндөргән Сәлимә Дәүләтшина һәм Зилиә Буранбаевалар уҡый бит ул бында! Яҙғандарын һеҙ ҙә ҡарап бараһығыҙҙыр әле.
Дуҫтар янында.

Осрашыу йәнле үтте. Мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев Бөрйән районы уҡыусыларының ижады «Йәншишмә»лә күп баҫылыуын белдереп, балаларҙы гәзиткә яҙылырға әйҙәне. Баш мөхәрриребеҙ Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов баҫмабыҙ тураһында бер аҙ һөйләгәс, гәзиткә яҙылыусылар араһында отош уйыны ла үткәрҙек. 14 уҡыусының исем-шәрифен ҡағыҙға яҙып, йәрәбәне тартырға белем усағы китапханасыһы Ләйсән Фәнис ҡыҙы Исмәғилева менән V «Б» синыфы уҡыусыһы Айтуған Малаҡаевты сығарҙыҡ. Ә ҡайһы бүләк уйнатылырын директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Айһылыу Роберт ҡыҙы Мөхәмәтйәнова хәл итте.
«Йәншишмә»гә яҙылғандар бына шулай гәзитле лә, бүләкле лә була шул. Әйҙәгеҙ, әүҙемлек күрһәтеп, алдағы көндәрҙә лә бергә ҡалайыҡ.
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Бөрйән районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән