+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
18 Декабрь 2017, 15:45

Алыҫ араларҙы яҡынайтып, күңелдәрҙе яҡтылыҡҡа байытып

Етмеш саҡрым яҡын ер түгел,Бер осрашыр өсөн килдек беҙ.Аҡ ҡалпағым төшөрҙөм ҡулдан,Беҙҙең дуҫ-иш менән ил тулған…ЙЫРҘА шулай 70 саҡрым яҡын ер түгел, тип йырланһа ла, беҙгә 300 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Әбделмәмбәт ауылына барып, көнөндә кире әйләнеп ҡайтыу ҙа бер ни түгел. Эйе, заманалар ҙа икенсе шул хәҙер. Еңел автомобилдә үткән тигеҙ, матур юлдар­ҙы элекке ваҡыттағыһы менән сағыштырып булмай инде. Ә Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары менән осрашыуға иһә беҙ айырыуса ашҡынып барабыҙ.

Асыҡ дәрес ҡыҙыҡлы үтте.
Асыҡ дәрес ҡыҙыҡлы үтте.

Бер осрашыр өсөн килдек беҙ.

Аҡ ҡалпағым төшөрҙөм ҡулдан,

Беҙҙең дуҫ-иш менән ил тулған…

ЙЫРҘА шулай 70 саҡрым яҡын ер түгел, тип йырланһа ла, беҙгә 300 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Әбделмәмбәт ауылына барып, көнөндә кире әйләнеп ҡайтыу ҙа бер ни түгел. Эйе, заманалар ҙа икенсе шул хәҙер. Еңел автомобилдә үткән тигеҙ, матур юлдар­ҙы элекке ваҡыттағыһы менән сағыштырып булмай инде. Ә Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары менән осрашыуға иһә беҙ айырыуса ашҡынып барабыҙ.

Был юлы унда республика матбуғат баҫмалары вәкилдәре ҡатнашлығында «Рух һандалы. Милләт тотҡаһы» тигән әсәйҙәр конференцияһы уҙҙы. Матур сараға «Йәншишмә», «Йәшлек», «Баш­ҡортостан», «Киске Өфө», «Таң» гәзиттәре, «Аҡбуҙат», «Шоң­ҡар» журналдары хеҙмәткәрҙәре, ауыл ағинәй­ҙәре, уҡыу­сылар, уҡытыусылар, атай-әсәй­ҙәр йыйылды.

Аҙаҡтан төрлө синыфтарҙа асыҡ дәрестәр үтте. Беҙ өсөнсөләр һәм дүртенселәр менән булдыҡ. Уҡытыусы Земфира Ғәлимйән ҡыҙы Ғөбәйҙуллина «Ғаиләм – минең байлығым» темаһына балалар менән ғаилә ҡиммәттәре хаҡында бик матур синыф сәғәте үткәргәндән һуң ҡыҙ­ҙар, малайҙар менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү бәхете тейҙе. Әлбиттә, һүҙ күберәк «Йәншишмә» тураһында бар­ҙы. Балаларҙың гәзиттең йөкмәткеһе менән таныш булыуы һөйөндөрҙө. Синыфтары менән яҙыл­ған саҡтары ла булған икән. Әүҙемлектәренә хайран ҡалырлыҡ. Һорауҙарҙы ла яу­ҙырҙылар ғына. Яуап биреп кенә өлгөр. Айырыуса Алина Мәхмүтова, Фирзәлиә Ҡарамышевалар һоҡландыр­ҙы. Фирзәлиә ши­ғырын да һөйләне, йырланы ла. «Йәншишмә»лә хәбәрҙәре лә баҫыл­ғаны бар. Айгөл Сөләймәноваға алмаш үҫә, былай бул­ғас. Афарин! Баш­ҡалар ҙа үҙҙәренең һәләтен күр­һәтте. Бигерәк шәптәр инде. Һуңынан бәләкәстәр иншаларын, шиғыр­ҙарын, һүрәттәрен йыйып бирҙе. Киләсәктә улар «Йәншишмә» биттәрендә донъя күрер әле.

ШИҒЫРҘАР ижад иткән, һүҙ ҡәҙерен белгән балалар бик күп икән бында. Байрамдың әҙәби-музыкаль өлөшөндә ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, китапсыҡтарын килгән ҡунаҡтарға бүләк итте. Йырға-бейеүгә лә шәптәр. Рәхәтләнеп, һоҡланып ҡараныҡ. Ауыл ағинәйҙәренең сығышы ла байрамға йәм генә өҫтәне.

Республика милли баҫмаларынан килгән ҡунаҡтар тел ҡәҙере, милләт ҡиммәттәре тураһында һөйләне, үҙҙәре эшләгән гәзит-журналдар менән таныштырҙы.

Бындай һөйләшеүҙәр ике яҡ өсөн дә файҙалы булды. Беҙ иһә редакция өсөн әллә күпме материалдар туп­лап, матур тәь­ҫораттар менән ҡайттыҡ. Бөрйән ерендә ҡабаттан осраш­ҡанға тиклем!

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Бөрйән районы.

Читайте нас: