-31 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
18 Декабрь 2017, 16:19
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!
«Йәншишмә»ләр менән осрашыу була, тигән хәбәр мәктәптә тиҙ таралды, шунда уҡ ниндәйҙер йәнлелек башланды. Ни тиһәң дә, бала күңеленә илһам, дәрт өҫтәүсе, ижади үрҙәргә әйҙәүсе матбуғат баҫмаһының баш мөхәррире үҙе килә бит!
«Йәншишмә»гә яҙылып, бүләк отоусылар.
Ҡунаҡтарҙы уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаршы алды. Осрашыуҙы беҙ гәзиттең девизы булған «Киләсәк кемдән башлана?» тигән һорау менән асып ебәрҙек. «Йәншишмә»лә үҫмерҙәр һәм балалар өсөн фәһемле, мауыҡтырғыс мәғлүмәттәрҙе, гәзиттә баҫылған шиғырҙарҙы, әкиәттәрҙе күҙәтеп кенә түгел, ә үҙебеҙҙең дә ҡәләмебеҙҙе һынап ҡарау мөмкинлеге булыуын иҫәпкә алып, матбуғат баҫмаһына яҙылырға өндәнек. Артабан һүҙҙе гәзиттең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов алды. Ул «Йәншишмә»нең барлыҡҡа килеү тарихы, йөкмәткеһе, килгән хаттар, ҡыҙыҡлы рубрикалар, ижадҡа ынтылыусылар тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләгәндән һуң, үҙҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерергә теләгән уҡыусылар сәхнәгә күтәрелде. Айырыуса Әҙилә Әҙелмырҙинаның «йондоҙло сәғәте»нә әйләнде был шиғри минуттар. Унан синыфташы Динә Әхмәрова ла ҡалышмаҫҡа тырышты.
Был көндө мәртәбәле ҡунаҡтарға һәр уҡыусы үҙ һәләтен күрһәтеп ҡалырға ашыҡты. Драма түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр Зөһрә Фәйзуллинаның «Етегән йондоҙ» әкиәтен сәхнәләштерҙе (етәкселәре – Айгөл Хисмәтова). Байрас Кинйәбаев, Юлиә Таһирова, Илдар Ғизетдинов, Данияр Ҡолғәйетов, Ғәҙел Ғәҙелшин, Руслана Хөшшәмова һәм Ер ҡыҙҙары булып уйнаған ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәрен ысын артистар итеп танытты. Лилиә Сәлим ҡыҙы Солтанова етәкләгән вокаль һәм ҡумыҙсылар ансамблдәре сығышы, һәр ваҡыттағыса, тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Нәркәс Нурғәлина етәкләгән «Йәйғор» өлгөлө бейеү ансамбле солистары Руслана Хөшшәмова менән Байрас Кинйәбаев «Эх, йәшлек» бейеүе менән профессионалдарҙан һис тә ҡалышманы, тиһәң дә хата булмаҫ. Ә бына III синыф малайҙары «Бөркөттәр» бейеүе менән барыһын хайран итте (Лилиә Бәрәкова).
Илсиә БИЛАЛОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Әбйәлил районы, Ташбулат мәктәбе
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән