+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
26 Ғинуар 2018, 14:44
Онотолмаҫ осрашыу
Йылғалар – шишмәләрҙән, оло юлдар һуҡмаҡтарҙан башланған кеүек, ҙур эштәр ҙә кескәй хыялдарҙан барлыҡҡа килә. Атайым да, әсәйем дә, үҙҙәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары булғанға күрәлер, мине матур итеп һөйләшергә, һүҙ ҡәҙерен белергә өйрәтте. Бәләкәй саҡтан шиғыр, мәҡәләләр яҙыштыра торғайным. Башланғыс синыф уҡытыусыларым Рәзилә Таштимер ҡыҙы Дәүләтбаева менән Гөлнара Ғәлимйән ҡыҙы Сәлимова һүҙ сәнғәтенең нескәлектәренә юл асһа, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгизә Рәүил ҡыҙы Рәхмәтуллина эштәремде «Йәншишмә»гә ебәрергә тәҡдим итте. Әлеге ваҡытта яратып уҡыған гәзитемдә өс мәҡәләм донъя күрҙе. Шатлығымдың иге-сиге булманы. Тиҫтерҙәремдең яҙғандары менән дә танышып барам. «Йәншишмә» яратып уҡыған баҫмама әйләнде.

Күптән түгел гәзиттең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов менән осрашыу барыбыҙ өсөн дә оло ваҡиға булды. Килгәнен көтөп алдыҡ. Гәзиттең яҙмышы, киләсәге тураһында барған әңгәмә беҙҙә бик ҙур уй-кисерештәр ҡалдырҙы.
Синыфташтарым үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтте: Айнур Ҡашҡаров менән Айтуған Нәҙербаев – баянда, Морат Ишбирҙин ҡурайҙа дәртле көйҙәре менән осрашыуыбыҙҙы тағы ла нығыраҡ йәмләп ебәрҙе. Мин халыҡ йыры «Тирәккәйем»де башҡарҙым.
Алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән ҡунаҡтарыбыҙ «Мәктәбем ғорурлығы» конкурсында ҡатнашыуым өсөн Маҡтау грамотаһы тапшырған ваҡытта синыфташтарым да ихлас күңелдән ҡыуанып ултырҙы. Мин тағы ла ҙурыраҡ хыялдар хаҡында уйландым. Яңы йылға яңы маҡсат – гәзиткә әүҙем яҙышып, «Йәш хәбәрсе» танытмаһын алырға ынтылыу.
Бик ҙур рәхмәтемде башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгизә Рәүил ҡыҙына, мине һәр ваҡыт дәртләндереп, ҡеүәтләп тороусы атай-әсәйемә һәм дә хыялымды тормошҡа ашырыусы «Йәншишмә» гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәренә белдерәм.
Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА, VI «В» синыфы уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһындағы 4-се лицей.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән