+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
4 Май 2018, 16:44

Иң-иңдәре – Ильяс менән Айҙар

Балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһы менән яҡындан таныштармы? Кемеһе «Йәншишмә»не нығыраҡ белә икән? Был осрашыуҙа «Аҡыллы баш» уйын-викторинаһын да ойошторҙоҡ.

Балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһы менән яҡындан таныштармы? Кемеһе «Йәншишмә»не нығыраҡ белә икән? Был осрашыуҙа «Аҡыллы баш» уйын-викторинаһын да ойошторҙоҡ. Унда ҡатнашырға теләк белдереп, 10 уҡыусы сәхнә түренә сыҡты. Һәр береһенә айырым-айырым һорау әҙерләнек, дөрөҫ яуап биргәндәре бер аҙым алға атлай барҙы. Ә белмәгәндәр урынында ғына ҡалды. Һорауҙар төрлө ине: гәзиттең тарихы, бөгөнгөһө… Мәҫәлән, «Гәзиттә әүҙем яҙышҡан балаларға ниндәй исем бирелә?», «Йәншишмә» исеме ҡай­ҙан алынған?», «Баш мөхәррир булһаң, гәзитте нисек үҙгәртер инең?» – тигәненә Айҙар Мортазин:
– Исемен шулай уҡ үҙгәртмәй ҡалдырып, спортҡа күберәк иғтибар­ бүлер инем, – тип яуапланы.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Читайте нас: