0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
9 Июнь 2018, 13:08

Эй, бала саҡ, күңелле саҡ!

Яҡшембәт ауыл мәҙәниәт йортонда бөгөн кескәйҙәр күп йыйылғайны. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә Гөлшат Ғибәҙулла ҡыҙы Хәйбуллина менән Гөлфиә Зиннәт ҡыҙы Исхаҡова апай­ҙары матур байрам ойошторған бит! Күрше Абдулдан, Яҡуптан, Яңы Юлдан да килеп еткәндәр.

Рәхәтләнеп күңел асты малайҙар һәм ҡыҙҙар. Ҡыҙыҡлы тамаша ҡаранылар, уны бишенсе синыфтан Ләйсән Әбдрәхимова менән алтынсынан Нәркәс Түләкова алып барҙы. Апайҙары уйындар ҙа әҙерләгәйне. Бәйгеләрҙә еңеүселәргә бүләктәр ҙә таратылды. «Йәншишмә» гәзите редакцияһынан да балаларға тәмлекәстәр алып килгәйнек.
Был көндө кескәйҙәр йырланылар, бейенеләр. Бигерәк тә «Йондоҙсоҡтар» бейеү ансамбленең сығышы һоҡлан­дырҙы.
Уҡыуҙар тамамланды. Яҡшембәт мәктәбенең I – IV синыфтарынан 50 бала үҙҙәрендәге «Ҡояшлы утрау»ҙа ял итә.
– Һәр көндәре ҡыҙыҡлы үтә, – ти лагерь етәксеһе Гүзәл Әхәт ҡыҙы Әбсәләмова. – Кинйә музейына барып ҡайттыҡ. Әле бына бөгөн мәҙәниәт йортонда байрамда ҡатнаштылар. «Спортсы булыу яҡшы», Әкиәт, Сәскәләр, Күңелле уйындар, Малайҙар һәм Ҡыҙҙар, Һаулыҡ көндәре үтәсәк. Әлбиттә, һабантуй ҙа буласаҡ.
Бына шулай уҙа Яҡшембәт мәктәбе балаларының йәйге ялы.

М. СӘЙЕТОВ.
Көйөргәҙе районы.

Читайте нас: