+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
11 Ғинуар 2019, 17:07

Уғатарҙар менән осрашыу

Һәр беребеҙ йәмғиәткә кәрәкле шәхес булып тәрбиәләнеп үҫергә тейеш. Баланың киләсәгенә иң беренсе ғаилә йоғонто яһаһа, икенсе сиратта – мәктәп. Был йәһәттән беҙҙә тәрбиәүи саралар күп уҙа. Мәктәп етәксеһе Ишморат Марат улы тарафынан ойошторолған мәргән уҡсылар менән осрашыу ҙа күңелгә хуш килде.

Аҙна башында иғлан ителгән сараны түҙем­һеҙлек менән көтөп алдыҡ. Ҡунаҡҡа, әлбиттә, үҙебеҙҙең яҡташтарыбыҙ – уҡ атыу буйынса районыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың данын яҡлаусылар, ағалы-ҡустылы Сынбулат һәм Салауат Юлбирҙиндар саҡырылды. Тарих дәрестәрендә 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм баш­ҡа яуҙарҙа башҡорттарҙың мәргән уҡсылар булғанлыҡтарын уҡып белә инек.

Был осрашыу ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сынбулат һәм Салауат ағайҙар, ҡыҙҙар һәм егеттәргә уҡтан дөрөҫ атыу серҙәрен төшөндөрөп, оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрергә өлгөрҙө. Осрашыу барышында оҫта уғатарҙар теләктәрен дә еткерҙе: «Насар ғәҙәттәр менән дуҫ булмаҫҡа, һәр бала ниндәйҙер өлкәлә кәрәкле шәхес булыуға маҡсат тотоп, үҙебеҙҙең милләткә, намыҫыбыҙға тап төшөрмәһәк ине».

Уҡтан атыу спорты беҙҙә үҫеш ала. Уның менән ҡыҙыҡһыныусылар, шөғөлләнеүселәр арта.

Осрашыуҙан бик ҡәнәғәт булып, һәр беребеҙҙең күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары сағыла ине.

Нурания ХӘЙБУЛЛИНА, VIII cиныф уҡыусыһы.

Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбе.
Читайте нас: