+1 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
4 Май 2019, 06:10
Иҫтәлекле осрашыу
Гимназиябыҙҙың асылыуына етмеш биш йыл тулыу айҡанлы һәр синыфта ошо дәүер эсендә уны тамамлап сығыусы һәм төрлө өлкәлә уңышлы эшләп йөрөүсе ағайҙар, апайҙар менән осрашыуҙар үтә.
Ә беҙгә 1981 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, «Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов ағай килде. Ул үҙе уҡыған ваҡыттағы интернат-мәктәп тормошо, тарихы, йолалары тураһында һөйләне, уҡыу йылдарын хәтергә төшөрҙө, беҙҙең һорауҙарға яуап бирҙе. Гимназияның бөгөнгө тормошона һоҡланып, ныҡ ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
Беҙҙең VIII «Е» синыфы быйыл уҡырға килгән уҡыусыларҙан тупланған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һынатмайбыҙ. Спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашабыҙ, тәүге урындарҙы яулайбыҙ. Бейеү түңәрәгенә лә йөрөйбөҙ. Арабыҙҙа шиғыр яҙырға, һүрәт төшөрөргә оҫта уҡыусылар ҙа бар. Дуҫ, татыубыҙ. Ошондай уңыштарыбыҙ менән бүлештек ҡәҙерле ҡунағыбыҙ менән.
Мирсәйет Ғүмәр улы буш ҡул менән килмәгәйне, иҫтәлеккә календарь һәм китаптар бүләк итте.
Зөлфиә ХӘСӘНОВА,
VIII «Е» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...