+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
10 Сентябрь 2019, 14:31

«Башҡортостан тарихы биттәре» фестиваль-марафоны тергеҙелә

Республикабыҙҙың 100 йыллығына бағышланған «Башҡортостан тарихы биттәре» фестиваль-марафоны ҡабаттан тергеҙелеп, дауам итә.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы, мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Бөгөн баш ҡалабыҙҙың Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһында Стәрлебаш районы вәкилдәре сығыш яһай. 11 сентябрҙә – Салауат районы, 12 сентябрҙә Нефтекама ҡалаһыныҡылар киләсәк.
Йола буйынса, филармонияның фойеһында киске сәғәт 6-ла райондың күргәҙмәһе ойошторола. Ә сәхнәлә үҙешмәкәр сәнғәт эшмәкәрҙәре, район коллективтары театрлаштырылған тамаша һәм концерт программаһы күрһәтәсәк.
Инеү ирекле. Йыр-моң тамашаһы 19.00 сәғәттә башлана. Рәхим итегеҙ.
Читайте нас: