-4 °С
Ҡар
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
18 Октябрь 2019, 13:37
Тыуған яғында көтөп алдылар
Ринат Камалдың 1965 йылдан «Йәншишмә»нең («Башҡортостан пионеры»ның) йәш хәбәрсеһе булыуын, хәҙер инде билдәле яҙыусыбыҙға әйләнеүен, 65 йәшен билдәләүен ишеткәнһегеҙҙер.
Яңыраҡ ул үҙенең тыуған яғында – Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле, Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәптәрендә, шулай уҡ район үҙәгендәге башҡорт гимназияһында балалар менән осрашты. Яҡташтары янына әҙип ҡәләмдәштәре Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтар менән ҡайтты. Йылы әңгәмәләрҙә бала сағын иҫенә төшөрҙө. Осрашыуҙар, әлбиттә, йыр-моңдар, шиғырҙар менән аралашып барҙы.
Ринат Камалды уҡыусы саҡта уҡ хәбәрсе тип йөрөткәндәр икән.
– Әле ул – олпат яҙыусы, утыҙлап роман авторы, башҡорт әҙәбиәтендә иң күп әҫәрҙәр ижад итеүселәрҙең береһе, – тип белдерҙе бала саҡ дуҫы Ғәлимйән Кәримов. – Йәш хәбәрсе бөгөн ысын халыҡ яҙыусыһына әйләнде. Беҙ, яҡташтары, уны күптән шулай тип атайбыҙ ҙа. Был хаҡта Өфөлә лә, Яҙыусылар союзында ла беләләрҙер. Шуға ошо турала тиҙ арала Хөкүмәт ҡарары ҡабул ителһә ине, тип көтәбеҙ. Ул, ысынлап та, халыҡ яҙыусыһы.
Риф ХӘКИМОВ.
Мәсетле районы, Дыуан-Мәсетле ауылы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...