+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
13 Декабрь 2019, 15:11

Ниндәй һөнәр һайлау отошло?

Ошо һорауға яуап эҙләп, Билал ауыл китапханаһында X синыф уҡыусылары өсөн осрашыу үткәрелде.

Унда атай-әсәйҙәрҙән тыш, оҙаҡ йыл­дар етәксе булып, хәҙерге көндә хаҡлы ялдағы Ирек Әнүәр улы Зәйнуллин, Зәйнулла Хәсән улы Әминев, Радик Нуретдин улы Юлмөхәмәтовтар ҙа саҡырыл­ғайны. Был ағайҙар өсөһө лә яңыраҡ Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан миҙалға лайыҡ булған. Шулай уҡ мәғариф ветераны Илдүсә Азат ҡыҙы Әминева, ауыл хакимиәте башлығы Илдар Шәһәрғәҙе улы Саптаров та ҡатнашты.

Сығарылыш синыфы уҡыу­сыларын Берҙәм дәүләт имтихандары ғына түгел, ҡайҙа уҡырға барырға, тигән һорау ҙа ныҡ борсой. Был осрашыу­ҙа «Ауыл ерендә йәшәр өсөн ниндәй һөнәр һайлау отош­ло?», «Әлеге көндә ниндәй һөнәр эйәләре күберәк кәрәк?», «Етәксе кешегә ниндәйерәк сифаттар хас?», «Етәксеме, ябай эшсеме?», «Ауылдың киләсәге бармы?» кеүек һорауҙарға бергәләп яуап эҙләнеләр. Өлкәндәр, ветерандар балаларға файҙалы кә­ңәштәрен дә бирҙе.

Ауыл китапханасыһы Райхана Булатова ойошторған матур йөкмәткеле осрашыу­ҙан барыһы ла бик ҡәнәғәт ҡалды. Эйе, әлегеләй фекер алы­шыу ике яҡ өсөн дә бик отошло. Уҡыусыларҙың киләсәктә кем һәм ҡайҙа уҡыуҙарына, эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, юлдары уң, уйҙары изге булһын!

Зөһрә ХӘКИМОВА.
Баймаҡ районы.

Читайте нас: