+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
16 Декабрь 2019, 19:10

Әҙибә менән осрашыу

Башҡорт теле көнөндә ауылыбыҙҙың мәҙәниәт усағында яҡташ яҙыусыбыҙ Айһылыу Йәғәфәрова менән йәнле осрашыу үтте.

Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Әбйәлил районының Әхмәт ауылында тыуып үҫкән. Ул кескәй балаларға һәм мәктәп уҡыусыларына шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр һәм пьесалар яҙған. Тәүге шиғырын яҙғанда уға ни бары 5 йәш кенә була, ә тәүге пьесаһын алтынсыла уҡығанда ижад итә. Балалар өсөн 15 китап йыйынтығы сығарған.
Уның һәр бер шиғыры йырлы юлдарҙан тора, шуға күрә ятлап алыуы бер ҙә ҡыйын тугел. Айһылыу инәй 3-сө роман яҙған ҡатын-ҡыҙ. «Килендәр» 2 китаптан тора һәм был әҫәргә ул 19 йәштә булғанда тотона. Романда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың батырлығы һәм сыҙамлығы һүрәтләнгән. Шулай уҡ 10 йыл дауамында бөйөк урыҫ шағиры Александр Пушкин әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итеү менән шөғөлләнә.
Осрашыу ваҡытында үҙе менән булған төрлө ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы ла иҫкә төшөрөп һөйләп үтте. Мәктәп китапханаһына «Сәпәкәй» исемле шиғырҙар китабын бүләк итте. Мәҙәниәт усағында эшләп килеүсе «Йәйғор» балалар театр түңәрәгенә йөрөүселәр тарафынан «Төлкөбикә» һәм «Хәлимә» әкиәттәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде (етәксеһе – Фәнүзә Ғәлип ҡыҙы Дәүләтова). Бәләкәй синыф уҡыусылары Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙының шиғырҙарын ятлап ҡыуандырҙы.

Беҙҙең өсөн матур осрашыу ойошторғандары өсөн мәктәп китапханаһы мөдире Шәүрә Әмир ҡыҙы Фәттәхова һәм клуб мөдире Фәнүзә Ғәлип ҡыҙы Дәүләтоваға, ветеран уҡытыусылар Сәрбиямал Әкрәм ҡыҙы Ихсановаға, Фирүзә Ғәбдинур ҡыҙы Сафиналарға ошо сарала ҡатнашыусылар исеменән ҙур рәхмәт еткерәм.

Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.
Әбйәлил районы,Ҡаҙмаш мәктәбе.

Читайте нас: