-33 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
27 Март 2020, 15:35
Ил инәһе менән осрашыу
Гимназиябыҙға яҙыусы, мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаева ҡунаҡҡа килде.
Халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы ил инәһе менән осрашыу бик йылы, йәнле барҙы, ихлас фекер алышыу ойошторолдо. Яҙыусы үҙе менән булған төрлө ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрҙө, туған телгә һөйөүҙең ни тиклем ҡәҙерле һәм һутлы булыуын төшөндөрҙө, «Урал батыр» эпосының тәрбиәүи әһәмиәтен аңлатып үтте. Ҡыҙҙар һәм малайҙар уның ҡайҙан ижади инеш, көс, илһам алыуы менән ҡыҙыҡһынды һәм үҙҙәрен борсоған бик күп һорауҙарға яуап алды.
Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү рухыбыҙҙы байытып ебәрҙе. Был йәнле осрашыу беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр. Матур кисәне «Төлкәҫ» (етәксеһе – А. Буранова), «Быҙыбыт» өлгөлө бейеү ансамблдәре (И. Хәбибуллин), «Айҙарман», «Наҙ», «Рух» вокал төркөмдәренең (Д. Абдуллина) сығыштары биҙәне. Гимназия китапханаһы тырышлығы менән «Ил инәһе – Мәрйәм Бураҡаева» исемле бай йөкмәткеле китаптар, һүрәттәр күргәҙмәһе лә әҙерләнгәйне.
Кисәне йәнле итеп алып барыусы IX синыф уҡыусыһы Лилиә Саттароваға һәм унынсынан Денис Шәмсетдиновҡа: «Афарин!» – тип әйтәһе генә ҡала. Осрашыуҙы ойошторғаны өсөн Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасиповаға ла ҙур рәхмәт.
Регина ХӘЗИӘХМӘТОВА, IX синыф уҡыусыһы.
Ғафури районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән