-33 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
3 Апрель 2020, 18:02
Көлөштөләр, хисләнделәр
Беҙҙең 30-сы моделле балалар китапханаһына күренекле шағир, драматург һәм журналист Салауат Әбүзәр һәм «Ағиҙел» журналының яуаплы сәркәтибе, шағир Илгиз Ишбулатов ҡунаҡҡа килде.
Салауат Нәзир улы үҙе тураһында ҡыҫҡа, әммә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Уҡыусыларға яҙыусының ҡайҙан ижади инеш алыуы бик ҡыҙыҡлы ине. Унан инде кисәлә ҡатнашыусылар авторҙың «Кисенбикә юлы» повесы буйынса фекер алышты.
Илгиз Вәкил улы кисәгә күстәнәс – шиғырҙар шәлкеме алып килгәйне, уларҙы автор башҡарыуында тыңлап кинәндек. Үҙенең әрмелә булған саҡтарын иҫенә төшөрҙө. Ысын дуҫтар буламы, тигән һорауға төплө яуап бирҙе.
Осрашыу бик йылы, йәнле барҙы, ихлас фекер алышыу ойошторолдо. Шағирҙарҙың алсаҡлығы, ябайлығы уҡыусыларҙы арбаны. Ҡыҙҙар, малайҙар уңайһыҙланмай һорау артынан һорау яуҙырҙы, матур, төплө яуаптар алып, көлөшөп тә, күҙҙәре йәшләнеп, хисләнеп тә алды.
Гөлназ МУЛЛАЯНОВА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән