+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
18 Декабрь 2020, 12:23

Бер осрашыу - үҙе бер ғүмер

Яңыраҡ Ишбарс мәктәбендә ғәҙәти булмаған осрашыу уҙҙы. Онлайн рәүештә ойошторолдо ул. Был осрашыуға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты, балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина саҡырылды.

Интернет селтәре аша үткән сарала белем усағының 15 уҡыу­сыһы, Стәрлетамаҡ районы мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы, Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының вәкиле Илүзә Рәйес ҡыҙы Ҡарағолова, баш­ҡорт теле һәм әҙә­биәте уҡытыусылары ҡатнашты.

Осрашыу бик йәнле үтте. Уҡыу­сылар сыуаш мәктәбендә уҡыһалар ҙа, башҡорт телен яҡшы белеүҙәрен күрһәтте. Һорауҙар бир­ҙеләр, шиғырҙар уҡынылар. XI синыф уҡыусыһы Алиса Полушкина, X синыф уҡыусыһы Элина Александрова, VI синыф уҡыу­сыһы Ваня Артемьев һөйләүендә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның ижад емештәре бигерәк тә матур яңғыраны. Ә инде Алиса барлыҡ тыңлаусыларҙы әсир итте. Ҡыҙ барлыҡ өндәрҙе дөрөҫ әйтеп, саф башҡортса һөйләүе менән күңел­дәр­ҙе арбаны. Быға һис тә аптырарлыҡ түгел, баш­ҡорт теле – уның иң яратҡан дәрестәренең береһе. Өс йыл рәттән башҡорт теленән район олимпиадаһында беренсе урын яулап килә. Һуңғы ике йылда төбәк-ара бәйгелә лә ҡатнашты.

Кемгә тейә әле 40-тан ашыу әкиәттәр, бик күп шиғырҙар, хикә­йәләр, пьесалар авторы, «Балалар әҙәбиәте антологияһы»н өс томда әҙерләп сығарыусы, оҫта тәржемәсе менән осрашыу! Был сара уҡыусы балалар өсөн генә түгел, башҡорт теле уҡытыусылары өсөн дә бик иҫтәлекле булды.


Гүзәл КИНЙӘБАЕВА,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Стәрлетамаҡ районы.

Читайте нас: