+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
26 Март 2021, 09:49

Радий Хәбиров йәш музыканттар менән осрашты

Кисә, Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөндә, Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге урта махсус музыкаль колледжға барҙы. Унда республиканың төрлө район-ҡалаларынан 235 бала уҡый.

Был белем усағына 1972 йылда нигеҙ һалынған һәм ул Рәсәйҙәге шундай уҡ 8 махсус уҡыу йортоноң береһе булып иҫәпләнә, республикалағы балаларға I синыфтан башлап музыкаль белем биреүсе берҙән-бер белем усағы.
Радий Фәрит улы уҡыу кабинеттары, музыкаль әҙәбиәт һәм информатика кабинеттарында булды, педагогтар, йәш музыканттар менән аралашты. Махсус музыкаль колледж уҡыусылары Мәскәү, Санкт-Петербург сәхнәләрендә йыш ҡына сығыш яһай. Һуңғы биш йылда ғына республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа 500-ләп йәш музыкант лауреат исемен алған. Әйткәндәй, беҙҙең мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла ошо белем усағын тамамлаған.
"Балалар артабан да уңайлы шарттарҙа талантлы уҡытыусыларҙа уҡыһын өсөн уҡыу йортона мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ", - тип белдерҙе республика Башлығы.
Читайте нас: