-1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
18 Декабрь 2021, 11:40

Дуҫлыҡ күпере нығынһын

Башҡорт телендә нәшер ителгән «Йәншишмә» гәзите йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Республика баҫмаһы балалар һәм үҫмерҙәрҙең тормошон төрлө яҡлап яҡтыртып, уларға ижади ҡанаттар биреүсе мәғлүмәт сараһы ла ул. Гәзиттең девизы ла юҡҡа ғына «Киләсәк һинән башлана» тип аталмай бит!

Дуҫлыҡ күпере нығынһын
Дуҫлыҡ күпере нығынһын

Беҙҙең Яңы Хвалын мәктәбендә Баш­ҡорт теле көнөнә арнап «Башҡорт теле – ихлас тел» девизы менән «Йәншишмә» гәзите менән үткәрелгән онлайн-осрашыу бишенсе синыфтар өсөн бик фәһемле булды. Унда баш мөхәррир Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов, хәбәрселәр Гөлназ Факил ҡыҙы Шәйхетдинова, Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы Хәкимовалар ҡатнашты. Ҡунаҡтар ҡыҙҙар һәм малай­ҙарҙы гәзит менән таныштырып ҡына ҡалманы, үҙҙәрен дә «Йәншишмә» менән дуҫ булырға, әүҙем хәбәрләшеп торорға өндәне. Осрашыу мәлендә балалар Мифтахетдин Аҡмулланың шиғыр­ҙарын ятҡа һөйләп ишеттерҙе, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, яуап алып та ҡыуанды.
Бындай иҫтәлекле осрашыуҙар беҙҙең мәктәптә йыш үтеп тора, гәзит хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнеш өҙөлмәй, йәш хәбәрселәр үҫеп тора. Ә ошо белем усағын тамамлаусы уҡыусыбыҙ Гөлфиә Килсенбаева «Йәш хәбәрсе» исемен алып ҡыуанғайны, әлеге көндә лә уның юлын дауам итеүселәр бар. Бындай осрашыуҙар телебеҙгә, илебеҙгә һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итә, үҫеп килеүсе быуынға илһам бирә, уларҙың ижади ҡанаттарын нығыта.

Миләүшә ҺӨЙӨНДӨКОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Күгәрсен районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: