+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
3 Ғинуар 2022, 08:45

Яҙыусы менән осраштыҡ

Айыт мәктәбенең башланғыс синыф уҡыусылары өсөн иҫтәлекле ваҡиға булып үтте. Уларға Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Фәнис Янышев менән күҙгә-күҙ ҡарашып осрашыу бәхете тәтене. Балалар ата-әсәләре ярҙамында авторҙың «Тоғро дуҫтар» китабы менән өй китапханаһын тулыландырғайны. Шуға ла һәр береһе был әкиәт менән яҡындан таныш ине.

Яҙыусы менән осраштыҡ
Яҙыусы менән осраштыҡ

Осрашыуҙа уҡытыусы Роза Фәнүр ҡыҙы Нуретдинова кескәйҙәргә Фәнис Янышевтың биографияһын һөйләп үтте. Ә мин балаларға «Тоғро дуҫтар» әкиәте буйынса һорауҙар әҙерләгәйнем. Яуаптар ҡыуандырҙы. Эмиль Хәкимуллин йәнлектәрҙең ҡур­ҡыныс алдында үҙҙәрен ҡыйыу тотоуы, Тәлисмәндең нисек итеп дуҫтарҙы берләштереүе тураһында һөйләне. Әлиә Көҫәпҡолова терпе, тейен һәм ыласындың бер нәмәнән дә ҡурҡ­май, ярҙамға ашығыуҙарына һоҡланыуын белдерҙе. Азалиә Солтанова менән Азат Сәлимов беҙҙең арала ла шундай тоғро, дуҫлыҡ ҡәҙерен белгән кешеләр күберәк булған һайын тормошобоҙ матурыраҡ, донъябыҙ именерәк булыр, тип үҙҙәренең фекерҙәрен еткерҙе. Башҡорт, татар, урыҫ телдәрендә дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр әйттеләр. Яҙгөл Буран­ғолова, Алһыу Шәймәрҙәнова, Диана Ғатауллиналарҙың әйтемдәр, ҡанат­лы һүҙҙәр ҡулланып сығыш яһауҙары, ә Эмиль менән Азамат Сәлимовтар­ҙың дуҫлыҡ тураһында шиғыр һөйләүҙәре конференцияға тағы ла йәм өҫтәне. Радмила Хәбибуллина йом­ғаҡлап, был тормошта бер үҙеңә төрлө ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығыуы ҡыйынға тура киләсәк, тип дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә, ауырлыҡтар килгәндә ярҙам ҡулы һуҙырға саҡырҙы. Беренселәр (етәкселәре – Йәмилә Рауил ҡыҙы Насирова ) төшөргән һүрәттәр әкиәтте тағы ла һәйбәтерәк аңларға ярҙам итте.
Фәнис Фәтих улы балаларҙы ҡәләм тибрәтеп ҡарарға, мауыҡтырғыс ижад донъяһына әйҙәп, уларға туған телде белеүҙең кәрәклеген аңлатты. Ә мәғариф ветераны Зәлифә Янышева уҡыу­сыларҙы китап, балалар өсөн сыҡҡан гәзит-журналдар менән дуҫ булырға өндәне.
Был осрашыуҙан һуң балалар аҡыллы, тырыш булырға, дуҫтарҙың ҡәҙерен белергә, дуҫлыҡҡа һәр ваҡыт тоғро ҡалырға кәрәклеген нығыраҡ төшөнгәндер, тип өмөтләнәбеҙ.

Гөлдәр ХИСМӘТОВА,
уҡытыусы.
Бишбүләк районы,
Айыт мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: