+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
25 Февраль 2022, 16:55

Тағы ла осрашыуға килегеҙ!

Китапханабыҙҙа төрлө осрашыуҙар булып тора. Йыш ҡына оло йәштәге хеҙмәт ветерандарын да ҡунаҡҡа саҡырабыҙ. Был осрашыуҙарҙа уҡыусылар ҙа ҡатнаша. Әле яңыраҡ китапханаға педагогик хеҙмәт ветераны, 40 йыл ғүмерен балаларға белем, тәрбиә биреүгә арнаған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Ғәлимә Мансур ҡыҙы Ғәлиева килде.

Тағы ла осрашыуға килегеҙ!
Тағы ла осрашыуға килегеҙ!

Ҡунағыбыҙ балалар өсөн сыҡҡан яңы китаптарға күҙәтеү яһаны. Уҡыусыларҙы китап яратырға, уның менән дуҫ булырға өндәне. Ул үҙе гәзит-журналдар­ҙы күп алдыра икән. Ғәлимә Мансур ҡыҙының матбуғат баҫмаларына күҙәтеү яһауы ла ҡыҙыҡлы булды. Апайыбыҙ милли гәзит-журналдарға яҙы­лыу­сы­ларҙың кәмеүенә борсолоуын да белдерҙе.
– «Йәншишмә»нең беренсе битендә иң өҫкә «Киләсәк һинән башлана» тип яҙылған. Гәзиттең девизы ул. Балалар, ысынлап та, киләсәгебеҙ – һеҙҙең ҡулда. Китапханаға килегеҙ, китап яратығыҙ, үҙегеҙ өсөн сыҡҡан гәзит-журналдарҙы алдырып уҡығыҙ, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашығыҙ, – тип тамамланы ул сығышын.
Рәхмәт, Ғәлимә апай! Китапханабыҙға тағы ла килеүегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ.

Гөлнара МӘҒӘНӘҮИЕВА,
район балалар моделле китапханһының
әйҙәүсе хеҙмәткәре.
Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: