+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
25 Март 2022, 14:05

Матур осрашыу үтте

"Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр китабы һәм музыкаһы" аҙналығы ваҡытында баш ҡалабыҙҙа "Өфө балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы" уҙғарыу инде матур йолаға  әйләнгән. Быйыл ул 24 марттан алып 2 апрелгә тиклем үтә. Ете көн дауамында балалар китапханаларҙа яҙыусылар, шағирҙар, әҙәби геройҙар - Чиполлино һәм Буратино, Белерйән һәм Дюймовочкалар менән осрашасаҡ.

Матур осрашыу үтте
Матур осрашыу үтте

Кисә, аҙналыҡтың тәүге көнөндә, мине, "Бәхет утрауы" шиғырҙар йыйынтығы авторы булараҡ, Шаҡша биҫтәһенең 47-се моделле балалар китапханаһына осрашыуға саҡырҙылар.

Китапхана китаптарға бай, тейешенсә матур итеп йыһазландырылған, хатта музей ҙа булдырылған. Шаҡша мәктәптәрендә уҡыған уҡыусылар ҙур теләк менән китапханаға  йөрөй, башҡортса иркен аралаша. Балалар өсөн яҙылған шиғырҙарымды тыңлап, әңгәмә барышында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, әүҙем ҡатнашып ултырҙылар. Өфө ҡалаһының 48-се башҡорт лицейының IV синыфында белем алған ҡыҙым Элина Миһранованың сығышын да көслө алҡыштарға күмделәр. Ул мин ижад иткән "Бишек йыры"н башҡарҙы.

Был фәһемле осрашыу һәр кемдең күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырғандыр, тип ышанам һәм мине ҙурлап, осрашыуға саҡырғандары өсөн рәхмәтемде еткерәм.

Альбина МУЛЛАҒОЛОВА,

Өфө ҡалаһы.

Матур осрашыу үтте
Матур осрашыу үтте
Матур осрашыу үтте
Матур осрашыу үтте
Матур осрашыу үтте
Матур осрашыу үтте
Матур осрашыу үтте
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: