+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
2 Апрель 2022, 10:40

Әҙәбиәт иленә сәйәхәт

Хәҙерге заманда кеше үҙен бар яҡтан да үҫтерергә тейеш. Билдәле шәхестәр менән күрешеү, аралашыу уҡыусылар өсөн үтә лә әһәмиәтле.

Әҙәбиәт иленә сәйәхәт
Әҙәбиәт иленә сәйәхәт

Яңыраҡ районыбыҙ үҙәгендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан үткәрелгән «Ижад майҙаны» исемле ҙур сарала ҡатнашыу бәхете тәтене. Унда мәктәптә «Аҡ ҡауырһын» ижади түңәрәгенә йөрөүселәрҙән Илгизә менән икебеҙҙе һайлап алдылар.
«Әҙәбиәт» майҙансығында Айһылыу Ғарифуллина, Лариса Абдуллина, Рәсүл Сәғитов, Зәки Әлибаев, Сәрүәр Ғәләүетдинов кеүек билдәле шәхестәр менән осрашып, файҙалы кәңәштәрен тыңлап ултырыу бик тә ныҡ оҡшаны. Улар менән бергәләшеп фотоға ла төштөк.
Шиғыр яҙыу, тәржемә итеү буйынса ғына түгел, тағы ла журналистика тураһында ла әңгәмә ойошторолдо. Унда үҙемде борсоған һорауҙарыма яуап таптым. Шиғыр яҙыуға ҙур дәрт алып ҡайтыуыма бик шатмын. Сөнки ҡәләм тибрәтә башлаған балаларға яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыу, уларҙың файҙалы кәңәштәрен ишетеү ныҡ кәрәк. Быйылғы Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында ошондай әһәмиәтле һәм файҙалы саралар күберәк булһын ине.

Алина ХӘЛИУЛЛИНА, VII синыф уҡыусыһы,
«Аҡ ҡауырһын» ижади түңәрәге ағзаһы.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: