+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
28 Апрель 2022, 11:10

Дәресте депутат үткәрҙе

Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында VII — XI синыф уҡыусылары өсөн ғәҙәти булмаған дәрес үтте. Рәсәй парлаиентаризмы көнөнә бағышланған был дәресте «Берҙәм Рәсәй» вәкиле — Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева алып барҙы.

Тантаналы сара  Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары башҡарылып, дәүләт символдарын күтәреү менән башланып китте. Уҡыусылар депутат менән ихлас аралашты, донъя сәйәсәте, ҡалаға бәйле мәсьәләләр хаҡында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Римма Үтәшева Ватан парламентаризмының үҫеү тарихын һөйләне, Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы, уның ил тормошондағы роле менән таныштырҙы. Шулай уҡ Дәүләт Думаһының структураһы, хәҙерге ҡануниәт үҙенсәлектәре, Башҡортостан депутаттарының эше тураһында ла мәғлүмәт бирҙе.

-Рәсәй парламентаризмы көнө уңайынан йыл һайын беҙ, депутаттар, мәктәп уҡыусылары менән осрашырға тырышабыҙ. Был белем усағын һайлауым да осраҡлы ғына түгел. Беренсенән, ул күренекле башҡорт  әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең исемен йөрөтә, икенсенән, гимназияны асыу тантанаһында ла ҡатнашыу бәхете тейгәйне, шулай уҡ Хәсән ейәнем дә ошо белем усағын тамамланы, ул да бында килеүемде теләй ине, — тип белдерҙе Римма Үтәшева.

Мәғлүмәткә бай, мауыҡтырғыс дәрес барыһына ла ныҡ оҡшаны.

Илвира ӘХМӘТОВА.

Дәресте депутат үткәрҙе
Дәресте депутат үткәрҙе
Дәресте депутат үткәрҙе
Дәресте депутат үткәрҙе
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: