+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
4 Май 2022, 17:25

Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар

Төньяҡ флот делегацияһы вәкилдәре бөгөн баш ҡалабыҙҙың  Еңеү паркының мемориаль комплексында булды, республика Хәрби Дан музейында йәш армеецтар һәм кадет синыфтарында тәрбиәләнгәндәр өсөн «Батырлыҡ дәресе» үткәрҙе

Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар
Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар

Кисә, «Өфө» аэропортында Төньяҡ флот вәкилдәрен ҡаршы алыуҙарын хәбәр иткәйнек инде. Осрашыуҙа Игорь Курочкин Төньяҡ флоттағы хеҙмәт, үҙенең хәрби юлы хаҡында һөйләне

-Североморскиҙа тыуып үҫтем, мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡурғандағы училищеға уҡырға индем. Унан һуң Төньяҡ флотҡа хеҙмәткә ебәрҙеләр. Балтика һәм Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт итергә тура килде. Һуңынан йәнә төньяҡҡа әйләнеп ҡайттым, — тине контр-адмирал үҙ сығышында.

Ә кадеттар һәм йәш армиясылар хәрби хеҙмәттә көн тәртибе, офицерҙарҙың яратҡан предметтары, һауа шарттары, флот составы тураһында һорауҙар биреп, мәғлүмәт алып ҡыуанды. Контр-адмирал Игорь Курочкин уҡыусыларға иҫтәлеккә Төньяҡ флоттың фирма календарын тапшырҙы.

Төньяҡ флот вәкилдәре, кадеттар, йәш армеецтар республика Хәрби Дан музейы экспозициялары менән дә танышты. Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәлдәренә, һәләк булған моряктар иҫтәлегенә булдырылған стелаға сәскәләр ҙә һалдылар.

Делегация составында Өфөгә Төньяҡ флоттың «К-21» хоккей командаһы ла килде, тип хәбәр иткәйнек инде. Улар 5 май көндө Башҡортостан командаһы менән дуҫлыҡ матчында осрашасаҡ.

Белеүебеҙсә, 2020 йылда Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Иван Грен» карабы экипажы араһында шефлыҡ бәйләнеше тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылғайны.

Фото: vk.com

Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар
Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар
Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар
Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар
Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар
Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: