-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
8 Май 2022, 11:35

Улар күңелендә - донъя матурлығы

Хоҙай донъяны иҫ киткес матур итеп яралтҡан. Беҙ, кешеләр, тормош мәшәҡәттәренән арынып, ошо хозурлыҡты, гүзәллекте күрә, аңлай, һаҡлай белергә тейешбеҙ.

Улар күңелендә - донъя матурлығы
Улар күңелендә - донъя матурлығы

Ҡулына ҡәләм алып, шиғриәт иленә аяҡ баҫҡандар айырыуса бәхетле! Бөгөн беҙҙең «Аҡ ҡауырһын» ижади түңәрәге ултырышында тап шундай күңелдәре иҫ киткес матур булған, ауылыбыҙҙың абруйлы педагогик хеҙмәт ветерандары Һәҙиә Рәхимйән ҡыҙы Фәтҡуллина менән Булат Нуриәхмәт улы Усманов ҡатнашты.
Белем биреү өлкәһендә оҙаҡ йылдар арымай-талмай эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусылар үҙҙәренең бай тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Һәҙиә Рәхимйән ҡыҙы үҙенсәлекле ысул менән беҙҙе шиғыр үлсәмдәре менән таныштырҙы,төркөмдәргә бүленеп тә эшләп алдыҡ. Ул мандолинала уйнап, беҙҙе йырлатып та өлгөрҙө. Булат Нуриәхмәт улы иһә данлыҡлы шәхесебеҙ, сәсән, хәлфә, мәктәбебеҙгә нигеҙ һалыусы Сабирйән Мөхәмәтҡолов тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе. Уның еңел булмаған тормош юлына байҡау яһаны, шиғыр­ҙарын һәм үҙенең урыҫ телендәге тәржемә өлгөләрен уҡып ишеттерҙе. Фәһемле лә, файҙалы ла осрашыу күңелдәребеҙгә хуш килде.
Бындай осрашыуҙар һуңғыһы булмаҫ, тип ышанабыҙ. Артабан да донъя матурлығын күреп, ошо гүзәллектән илһам алып ижад итергә, беҙгә өлгө булып йәшәргә насип булһын һеҙгә, ҡәҙерле ветерандарыбыҙ!

Илгизә ЙӘҺҮҘИНА,
VI синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: