+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
6 Июль 2022, 11:10

Шағирә апай килде ҡунаҡҡа

Беҙ Ишембай районының данлыҡлы Маҡар мәктәбендә уҡыйбыҙ. Унда бөтә республикаға билдәле фән һәм дин кешеләре, тарихсылар, яҙыусы­лар, шағирҙар белем алған. Улар­ҙан өлгө алып, яҡшы уҡыр­ға, һәр эштә һынатмаҫҡа тырышабыҙ.

Шағирә апай килде ҡунаҡҡа
Шағирә апай килде ҡунаҡҡа

Тиҙҙән белем усағыбыҙ 150 йыллыҡ оло юбилейын билдәләйәсәк. Әле шуға әҙерлек бара. Байрамды яҡшы кәйеф менән ҡаршыларға йыйынабыҙ.
Уҡыуҙар тамамланғас, мәктәбебеҙҙә «Йәйләү» көндөҙгө лагеры эшләне. Бер көндө яҡташыбыҙ, шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинова менән матур осрашыу үтте. Бәләкәстәр уны тәүге тапҡыр ғына күрә. Ә беҙ, ҙурыраҡтар, апайыбыҙ менән күрешеп, аралашып торабыҙ, хатта дуҫлашып та алдыҡ. Шуға был осрашыуҙа ла уның менән һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәне.
Шағирәнең былтыр «Китап» нәшриәтендә «Һандуғас сере» исемле китабы баҫылып сыҡ­ҡайны. Быға ныҡ һөйөндөк. Бөгөн мәктәбебеҙҙә ошо китабының исем туйы булды. Был матур йөкмәткеле йыйынтыҡ балаларға арналған. Унда ислам дине тураһында ябай ғына итеп аңлатып биргән шағирә. Ши­ғыр­ҙарын уҡығы килеп кенә тора. Үҙеңә яңы серле донъя асҡандай булаһың. Намаҙ уҡыу, мәсеткә барыу теләге лә уяна. Ундағы хәҙрәт бабайҙың аҡыллы вәғәздәрен тыңлағы килә башлай.
Был көндө беҙ Рәшиҙә апай­ҙың шиғырҙарын тасуири итеп, кем уҙарҙан ярышып һөйләнек. Хатта III синыф уҡыусыһы, урыҫ телле Таня Насретдинова ла ҡалышманы. Башҡортса шиғыр һөйләп, күптәрҙе хайран итте. Ауылыбыҙ ағинәйе Кәбирә Әминева ла беҙгә ҡушылды. Мәктәбебеҙ шау-гөр килде. Беҙ синыфташым Илүзә Солтанова менән икәүләшеп башҡорт бейеүҙәрен бейенек, кисәне алып барҙыҡ.
Рәшиҙә апайға һорауҙарыбыҙҙы яуҙырҙыҡ ҡына. Күрше Ибрай ауылынан «Бөгөн Йома» тапшырыуында аҙан ҡысҡырып, телевидение тапшырыуына төшөп, билдәлелек яулаған III синыф уҡыусыһы Рамаҙан Мәһәҙиев тә ҡатнашты осрашыуҙа. Уның дин менән ҡыҙыҡһынғаны күренеп тора. Рамаҙандың әүҙемлеге һоҡландырҙы. Иң матур һорауҙарҙы ла бирҙе ул.
Шағирә апайыбыҙ күрше Иҫәкәй ауылының 8 йыллыҡ мәктәбендә уҡыған. Бала саҡтағы ҡыҙыҡлы хәлдәрен һөй­ләп, берсә көлдөрҙө, берсә уйланырға мәжбүр итте. Һәр беребеҙгә автографы менән «Һандуғас сере» китабын да бүләк итте. Аҙаҡ бергәләп тәмле сәй эстек.
Осрашыу барыбыҙға ла оҡшаны. Уны ойошторған китапханасы Зөлфирә Таһирова, башланғыс синыфтар уҡытыу­сылары Гөлсинә Әхмәҙиева, Гөлнара Ғәлиуллина апайҙарыбыҙға ҙур рәхмәт. Ә Рәшиҙә апайыбыҙҙы тағы ла ҡунаҡҡа көтөп ҡалабыҙ.


Зарифа ДӘҮЛӘТҠОЛОВА,
VIII синыф уҡыусыһы.
Ишембай районы,
Маҡар мәктәбе.

Шағирә апай килде ҡунаҡҡа
Шағирә апай килде ҡунаҡҡа
Шағирә апай килде ҡунаҡҡа
Шағирә апай килде ҡунаҡҡа
Шағирә апай килде ҡунаҡҡа
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: