+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
15 Декабрь 2022, 15:15

Шағирә менән осрашыу

Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбендә лә Башҡорт теле көнө иҫтәлекле үткән.

– Беҙ яҡташ шағирәбеҙ Рима Ибраһимова-Әбйәлилова менән осрашыу үткәрҙек. Ул уҡыусыларға бала сағы, уҡыу йылдары, башҡорт теле, ижады хаҡында илһамланып һөйләне, шиғырҙарын уҡыны. Балалар шағирәгә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе. Осрашыу аҙағында шағирә апайыбыҙ уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.

Беҙ ҙә уға ижад шишмәләрегеҙ һайыҡмаһын, яңы китаптарығыҙ донъя күрһен, тип теләнек. Матур һәм йылы осрашыуға килгәне өсөн Рима апайға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, – ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рузалия Әхмәҙей ҡыҙы Айҙарова.

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: