«Тамыр» балалар телеканалының яңы сериалы шулай тип атала. Ҡышҡы каникул ваҡытында уны телевизорҙан күрһәттеләр, күптәрегеҙ ҡарағандыр әле, моғайын. Яңыраҡ Өфөнөң «Родина» кинотеатрында был фильмдың исем туйы булды. Билет урынына һәр кем яратҡан уйынсығын тотоп килгәйне.
Бер туған Әлфиә һәм Байрас Шафиҡовтар ҙа «Уйынсыҡ түгел»де кинотеатрҙа күрһәтәсәктәрен ишеткәс, тәтәйҙәрен тотоп, атайҙары һәм әсәйҙәре менән ҡыуанып килгән. Бәләкәй генә булһалар ҙа, ҡышҡы каникулда бер серияһын да ҡалдырмай ҡарап барғандар, бик оҡшатҡандар икән. «Күп актёрҙар Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡый бит. Уларҙы күреп ҡайталар ҙа ҡыуанып беҙгә хәбәр итәләр», – ти әсәләре.
Сериалда төп ролдәрҙә Урал Усманов, Динислам Абыҙгилдин, Фатима Сынбулатова һәм Розалия Аҙнаева уйнай. Кино залына инерҙән алда малайҙар менән танышып, һөйләшеп алдыҡ.
– Хәҙер үҙ эшеңде асыу серҙәренә төшөндөгөҙ инде. Сериалда алған тәжрибәгеҙҙе тормошта ла ҡуллана алаһығыҙ, – тип шаяртабыҙ. Фильмда дүрт бала бергәләп нәски һатыу буйынса бизнес асып ебәрә бит.
Йәш актёрҙар үҙҙәрен иркен тота. Бәләкәйҙән «Тамыр»ҙа шөғөлләнгәндәре күренеп тора.
– Был сериал аша үҫмерҙәр нимә әйтергә теләй? – тип фекерҙәрен һорашабыҙ.
– Атай-әсәйҙәр балаларының күңелендә ниндәй хис-тойғолар ятҡанын белергә, үтенестәренә ҡолаҡ һалырға тейеш. Бына берәй бала әсәһенә ниҙер әйтергә теләй, ләкин уның менән һөйләшеп тормайҙар. Шунан үҫмер үҙ эсенә йомола инде. Әлбиттә, ата-әсәләрҙе тыңлау, уларҙы ла аңлау мөһим, ололарҙың да проблемалары була. Әммә күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеп алырға ваҡыт тапһындар ине. Ата-әсәләр балаларға уй-маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итергә, таяныс булырға тейеш, – тип өлкәндәрсә әйтеп ҡуйҙы Урал. Сериал ата-әсәләр һәм балалар мөнәсәбәттәре тураһында. «Бала уйынсыҡ түгел» тигән фекер һалынған унда.
Исем туйына килеүселәр аралашты, уйынсыҡтары менән таныштырып, видеоға төштө. Актёрҙар, проект өҫтөндә эшләүселәр, саҡырылған ҡунаҡтар ҡыҙыл келәмдән үткәс, сериалдың 6-сы серияһы ҙур экранда күрһәтелде. Кинотеатрҙа ҡарауы күңеллерәк тә, ҡыҙығыраҡ та шул. Сюжет мауыҡтырыс. Бер өлөшөн күргәс, һәр кемдә уны тулыһынса ҡарау теләге тыуғандыр. Тиҙҙән был мөмкин буласаҡ. Бөтә серияларҙы ла YouTube каналына һаласаҡтар.
Фильмда өлкәндәр ролдәрен Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илдар Ғүмәров, атҡаҙанған артистары Рәмзил Сәлмәнов, Зөһрә Шәрәфетдинова башҡара. Кино ҡарағандан һуң актёрҙар сәхнәгә саҡырылды. Төп ролдәрҙе уйнаусы балалар тәьҫораттары менән уртаҡлашты. «Беҙҙең өсөн бәхет был. Ҙур тәжрибә тупланыҡ, үҙебеҙҙе камера алдында нисек тоторға өйрәндек. Төп ролдәргә беҙҙе һайлағандары өсөн рәхмәтлебеҙ. «Тамыр» телеканалына тағы ла яңы проекттар өҫтөндә уңышлы эшләүҙәрен теләйбеҙ», – тип белдерҙе улар. Был көн, сериалда төшкән ярты йыл, әлбиттә, уларҙың хәтерендә ғүмерлеккә ҡаласаҡ.
– Ошо балалар һымаҡ сағымда ауылда бер йортта ғына телевизор бар ине. Шунда барып ҡарай торғайныҡ. Бөтә малайҙар, ҡыҙҙар йыйылышып, ҡайһы ваҡыт булыуына, ниндәй тапшырыу күрһәтеүҙәренә ҡарамаҫтан, китәбеҙ телевизор янына, – тине Илдар Ғүмәров хәтирәләргә бирелеп, – «Тамыр» телеканалына рәхмәтлемен. Балаларҙы ижади яҡтан үҫтерергә тырышыуҙары – ҙур эш, милли мәҙәниәтте байытыуға бер өлөш. Беҙгә, сәхнәлә эшләүсе актёрҙарға, үҫмерҙәр менән сериалда төшөү ҡыҙыҡлы. Төшөрөүсе төркөм берҙәмлеге, күңелдәренең таҙалығы, ихласлығы менән һоҡландырҙы. Ә йәш актёрҙар үҙ балаларым кеүек яҡын.
– «Тамыр» студияһы балаларҙан ҙур актёрҙар тәрбиәләй белә. Бының өсөн рәхмәт. Йыл һайын яңы йылға бер сериал төшөрөп тораһығыҙ. Ҙур экран ҙур экран инде ул. Киләсәктә күпләп күрһәтерлек фильмдар төшөрөргә яҙһын, уңыштар һеҙгә! – тип теләген еткерҙе Рәмзил Сәлмәнов.
Сериалдың концепция авторы – Гөлназ Ҡолһарина, сценарий авторы – Дамир Йосопов, ҡуйыусы режиссёры – Гөлсәсәк Игебаева, ҡуйыусы операторы – Шамил Кәримов, продюсеры – Гөлшат Ғәлиуллина.
Исем туйына танылған режиссёр Булат Йосопов та килгәйне.
– Балалар менән эшләү еңелдән түгел. Һөҙөмтә шәп, һеҙ төшөргән сериал башҡаларҙыҡынан айырылып тора. Һеҙ республиканың киләсәк быуыны образын тыуҙыраһығыҙ. Ошо геройҙарға ҡарап, ҡалаларҙа балалар башҡортса һөйләшер, дуҫлашырға, өлкәндәр менән дөрөҫ аралашырға өйрәнер, тип ышанам, – тине ул «Тамыр» телеканалын премьераһы менән ҡотлап.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.