Әйтергә кәрәк, Башҡортостан батальондарының ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙары яҡташтары менән аралашыу өсөн һәр саҡ ваҡыт таба.
Балалар "Бурый", "Шах" һәм "Егерь" ҡушаматтарын йөрөткән хәрбиҙәрҙең һөйләгәнен йотлоғоп тыңланы. Яугирҙар иптәштәренең берҙәмлеге, ғүмерҙе ҡотҡарған осраҡтар, батырлыҡтар хаҡында бәйән итте. Шулай уҡ балаларға махсус хәрби операцияла ҡулланылған квадрокоптерҙарҙы күрһәттеләр, ҡайһы бер уҡыусылар хатта улар менән идара итеүҙә үҙ көсөн һынап ҡараны. Балалар етди һорауҙар бирҙе һәм ғәҙел яуаптар алды. Мәктәп уҡыусылары геройҙарҙың улар янында йәшәгәненә тағы бер тапҡыр инанды.
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.