+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
28 Май 2023, 17:25

Альбанов музейында полярниктар менән осрашыу үтте

Китап байрамында "Боҙло мәмерйә" исемле майҙансыҡта Валериан Альбанов исемендәге полярниктар музейында "Ике капитан эҙенән" тип аталған эҙләнеү экспедицияһы ағзалары Владимир Мельник, Евгений Ферштер һәм Александр Унтил менән мауыҡтырғыс осрашыу үтте.

Альбанов музейында полярниктар менән осрашыу үтте
Альбанов музейында полярниктар менән осрашыу үтте

Полярниктар «Незаходящее полярное Солнце» тигән әҙәби китапты презентацияланы. Китапта уларҙың юлъяҙма тарихы, шиғырҙары һәм хикәйәләре, иҫ киткес асыштары тураһындағы иҫтәлектәре, ә иң мөһиме, 1912 йылғы экспедицияла Валериан Альбанов отрядынан юғалыусы йәйәүлеләр төркөмөн эҙләү тураһындаяҙылған яҙмалары урын алған.

Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Михайловна Лапшина ла ҡатнашты. Владимир Мельник, Евгений Ферштер һәм Александр Унтилл хөрмәтле ҡунаҡҡа  арктика тематикаһына, экспедицияларға ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарағаны өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткереп, тантаналы рәүештә «Незаходящее полярное Солнце» китабын бүләк итте. Шулай уҡ авторҙарҙың автографлы китаптары презентацияла ҡатнашҡан балаларға ла тапшырылды. 

Майҙансыҡ алдында өс көн буйына "Боҙ" тип исемләнгән фотокүргәҙмә эшләне. Ә фотоларҙың авторы -  милли һәм халыҡ-ара фотоконкурстар еңеүсеһе, полярник Владимир Мельник. Ул Арктикала төшөрөлгән фотолар хаҡында презентация ла үткәрҙе.

 

Фото: vk.com

Альбанов музейында полярниктар менән осрашыу үтте
Альбанов музейында полярниктар менән осрашыу үтте
Альбанов музейында полярниктар менән осрашыу үтте
Альбанов музейында полярниктар менән осрашыу үтте
Альбанов музейында полярниктар менән осрашыу үтте
Альбанов музейында полярниктар менән осрашыу үтте
Альбанов музейында полярниктар менән осрашыу үтте
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: