+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
26 Август 2023, 14:00

Санкт-Петербургта — беҙҙең милли уйындар

Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә Санкт-Петербургта Дәүләт академия капеллаһы биләмәһендә балалар өсөн айырым зона ойошторолдо. Интерактив майҙансыҡта балалар «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ», «Сүлмәк һуғыу» кеүек башҡорт уйындары менән таныша ала.

Санкт-Петербургта — беҙҙең милли уйындар
Санкт-Петербургта — беҙҙең милли уйындар

“Традицион уйындарҙан тыш, малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы хәрәкәтле эстафета уйындары көтә. Интерактив зонаға килгән балалар шулай уҡ Башҡортостандың мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә арналған викторинала ҡатнаша, Һомай һәм Аҡбуҙат ағас уйынсыҡтарын эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ала, милли яндан уҡ ата ала”, — тине Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Эльвира Дәүләтбирҙина.

Фото: vk.com.

Санкт-Петербургта — беҙҙең милли уйындар
Санкт-Петербургта — беҙҙең милли уйындар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: