+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
29 Август 2023, 11:01

Йәштәр форумы

Аҫылташ – үҫеп килеүсе быуын форумы. Алтынсы йыл рәттән ул Йылайыр районы "Дуҫлыҡ" пионер лагерында иң эшһөйәр, һәләтле һәм әүҙем студенттарҙы йыя. Форум төрлө өлкәләргә бағышлана.

Йәштәр форумы
Йәштәр форумы

Мәҫәлән, бер көнө “Этнокөн” тип аталды. Беҙ Йылайыр районы ағинәйҙәре менән ҙур башҡорт тирмәһендә һәр төрлө ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторҙоҡ һәм оҫталыҡ дәресе күрһәттек. Йәштәр балаҫ һуғып өйрәнде, буялған һарыҡ йөнөнән берет баҫты һәм сәйләндән биҙәүестәр эшләне. Шулай уҡ башҡорт ҡамыр ризыҡтары – сәксәк, урама бешерергә өйрәнделәр .Мин үҙем икенсе йыл рәттән шифалы үләндәрҙән панно эшләү буйынса дәрес уҙғарҙым.

Йәнә йәштәр милли түңгәүер кейеме, ер-һыу атамалары һәм боронғо башҡорт йыр-моңдары менән дә танышты. Оҫталыҡ дәрестәрендә ҡыҙҙар ғына түгел, егеттәр ҙә ихлас ҡатнашты. Юлдыбай ауылының оҫта балыҡсыһы Гөлнур инәй егеттәргә балыҡ ҡармаҡлауҙың яңы алымдарын күрһәтте.

“Аҫылташ”та алған белемдәре студенттарға киләсәктә кәрәкле булыр, тип ышанам.

 

Зарема ТАҺИРОВА.

Йылайыр районы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: