+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
9 Октябрь 2023, 15:00

Урам һепереүсе Юра килде

Балалар һәм үҫмерҙәр буш ваҡытын файҙалы итеп үткәрерлек урындар күп баш ҡалабыҙҙа. Шуларҙың береһе – “Ҡала үҫешенең йәмәғәт фонды” биләмәһендәге үҙәк. Дуҫтар көнө, психолог менән әңгәмә, оҫталыҡ дәрестәре, тәмле сәй менән һыйланыу – барыһы ла бар. Ә үткән ялда ойоштороусылар үҫмерҙәр өсөн бигерәк шәп бүләк эшләне: попкорн, һут әҙерләп, киноға саҡырҙы.

Урам һепереүсе Юра килде
Урам һепереүсе Юра килде

Юра Октябрьский ҡалаһында тыуа. Балалар йортонда үҫә ул. Үҙе бигерәк бер ҡатлы, тиҙ ышаныусан булғас, ике йөҙлө кешеләр ҡармағына эләгә. Ябай урам һепереүсе ҙур күләмдәге кредиттар менән донъяла яңғыҙы тороп ҡала. Тап шул мәлдә бер танышы уны фотоға төшөрөп социаль селтәргә һала...

Был тарихты ишетмәгән кеше юҡтыр. Бер төн эсендә изге күңелле кешеләр Юра өсөн 600 меңдән ашыу аҡса күсерә. Бурыстар ҡаплана, бүлмәгә ремонт эшләнә, урам һепереүсене хәҙер үҙәк телеканалдарҙа күрһәтәләр. Тик баш әйләндергес уңыш оҙаҡҡа барырмы? Ундай “текә” кешегә урам таҙартып йөрөү килешәме һуң?

Фильмды балалар һәм уларҙың ата-әсәһе тын да алмай ҡараны. Көлдөләр ҙә, күҙгә йәш килгән саҡтар ҙа булды. Етмәһә, геройҙарҙың прототиптары эргәлә генә ултыра.

Кинонан һуң Юрий Ветлугин һәм фотограф Роман Филиппов менән йәнле әңгәмә ойошторолдо. Ысынлап та, тормош Юраны ауыр һынауҙарға дусар иткән. Тик ул бөгөнгөһө менән бәхетле. Шундай уҡ алсаҡ, ябай. Шулай уҡ сәскәләр үҫтерә, бәйләнә һәм шиғырҙар яҙа. Роман күп ваҡытын Донецк Халыҡ Республикаһында үткәрә – төбәктең яңынан тергеҙелеүе хаҡында фоторепортаж эшләй.

Осрашыу ҡыҙыҡлы, йәнле үтте. Һәр үҫмер үҙ һорауын биреп ҡалырға ашыҡты. Миһырбанлыҡ, изгелек тойғолары сәскән фильмды төшөрөүселәргә, сараға саҡырыусыларға рәхмәт әйтеп, геройҙар менән фотоға төшөп таралышты ҡунаҡтар.

 

Фото: АВТОР һәм vk.com.

Урам һепереүсе Юра килде
Урам һепереүсе Юра килде
Урам һепереүсе Юра килде
Урам һепереүсе Юра килде
Урам һепереүсе Юра килде
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: