+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
16 Октябрь 2023, 16:00

Яугир килде ҡунаҡҡа

Күмертауҙағы Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһының V «Б», VI «Б» шайморатовсылар синыфтары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир менән осрашыу үткәрҙе.

Яугир килде ҡунаҡҡа
Яугир килде ҡунаҡҡа

Улар янына танк һәм БМП-ла механик-водитель булып хеҙмәт иткән өлкән сержант Рөстәм Заһиҙуллин килеп етте. Ағайҙарын көтөп алдылар, сөнки ул ошо белем усағының сығарылыш уҡыусыһы икән.

Әлеге ваҡытта яугир Башҡорт­останда төҙөлгән батальонда хеҙмәт итә. Батырлығы өсөн республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан Шайморатов ордены һәм иҫтәлекле ҡул сәғәте алып һөйөнгән. Шулай уҡ уның Суворов миҙалы ла бар.

– Осрашыу балаларға ныҡ оҡшаны. Улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын яуҙырҙылар ғына. Рөстәм ағайҙары һәр һорауға ихлас яуап биреп, балалар күпте белеп ҡалды. Ысын дуҫтар, атай-әсәйҙең, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеү кәрәклеге тураһында һөйләгәндә уны йәш шайморатовсылар йотлоғоп тыңланы. Ошо яуҙа физкультура, информатика һәм баш­ҡорт теле уҡытыусыларының дәрестәре, биргән кәңәштәре бик кәрәк булыуы хаҡында ла телгә алып үтте яугир. Яратҡан уҡы­тыу­сыһы Хәҙисә Ғимран ҡыҙы Кинйәбаеваға рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе ул.

Быйыл ғына гимназияға килгән V «Б» синыфы уҡыусыларына ҡарап һоҡланып ҡуйҙым. Улар һорауҙарын төплө генә итеп биреп, һәр яуапты иғтибар менән тыңлап ултырҙы. Тағы ла ағайҙарына матур теләктәр әйтеп, тиҙерәк имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләнеләр, – ти синыф етәксеһе Гүзәлиә Фәрит ҡыҙы Йыянбаева.

Осрашыу һиңә, оҡшанымы, тип ҡыҙыҡһынам V «Б» синыфы уҡыу­сыһы Байрас Ялсығоловтан.

– Беҙ алдан әҙерләндек, шиғыр­ҙар ятлап ҡуйҙыҡ. Рөстәм ағай менән осрашыу бик тулҡынландыр­ғыс булды. Сөнки ул яуҙағы дуҫтары, ғаиләһен һағыныуҙары ха­ҡында ла һөйләне. Ағай беҙгә: «Тырышып уҡырға, спорт менән дуҫ булырға кәрәк», – тине. Һөйләгәндәрен тыңлағас, Рөстәм ағай менән ғорурланып ҡуйҙым. Уның насар ғәҙәттәре бул­мауы, йәғни тәмәке тартмауы, зарарлы эсемлектәр менән мауыҡмауы беҙгә өлгө инде. Яугир ағайға һаулыҡ теләйбеҙ, илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын! – тине ул.

Бына шундай иҫтәлекле, күңелгә үтеп инерлек осрашыу булды. Йәш шайморатовсылар ҙа ҡыйыу, илһөйәр булып үҫерҙәр әле.

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: