+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
16 Ноябрь 2023, 14:54

Ушинский ижады йыйҙы

Урыҫ яҙыусыһы, Рәсәй ғилми педагогикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Константин Ушинскийҙың тыуыуына 200 йыл тулды. Ошо айҡанлы Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн махсус китапхана мәҙәниәт министрлығы ярҙамында сираттағы ижади бәйгеһен ойошторҙо. Уның үҙенсәлеге шунда: конкурста мөмкинлектәре сикләнгән балалар ғына ҡатнаша. 17 йыл эсендә 2000-ләп конкурсант үҙ көсөн һынап ҡараған.

Ушинский ижады йыйҙы
Ушинский ижады йыйҙы

Бәйге географияһы киң генә: республиканың 25 районынан һәм 3 ҡалаһынан 70 бала эшен ебәргән. Өс номинацияла ҡатнашырға мөмкин ине. “Ушинский әкиәттәренең тылсымлы аҡылы” тип аталғанына инша, эссе, хикәйәләр ҡабул ителде. “Яҙыусының бала саҡ донъяһы”нда буктрейлерҙар ярышты. Ә “Хазина” номинацияһына Константин Дмитриевич әкиәттәре буйынса тактиль китаптар тәҡдим итте уҡыусылар.

– Изге һәм кәрәкле эш башҡарыла. Бала бит ҡамыр кеүек: нисек әүәләйһең, шулай килеп сыға. Ошо бәйге лә уҡыуға һәм ижадҡа һөйөү тәрбиәләй, – тине жюри ағзаһы, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина.

Һәр номинацияла бер нисә урын билдәләнде. Еңеүселәр араһында 63-сө интернат-мәктәп тәрбиәләнеүселәре – Ринат Хәсәнов, Радмир Абдуллин, Елизавета Ломакина ла бар. Етәкселәре – Өфөнөң 30-сы моделле китапхана хеҙмәткәрҙәре Елена Кәримова менән Оксана Шаркаева. Үҫмерҙәр унда яңы әҫәрҙәр менән танышырға ихлас йөрөй. Бергәләп бер нисә ай эшләгәндәр тактиль китапты. Әкиәттәрҙе Брайль шрифты ярҙамында уҡырға була.

Ошо уҡ номинацияла лауреат исеме алған Туймазы ҡыҙы Карина Солтанова бүләкләү тантанаһына килә алмаған. ДЦП диагнозлы үҫмер өйҙә генә белем ала.

– Хәтере яҡшы булғас, гел шиғыр һөйләү ярыштарында ҡатнаша инек. Ҡул эшенә тәүге тапҡыр тотоноуыбыҙ. Баш ҡалаға саҡырыу алғас, аптырап киттек. Китабыбыҙ юғары баһаланыр тип көтмәгәйнек, – ти әсәһе Ләйсән Фәрит ҡыҙы.

Конкурс эштәренән буктрейлер өҙөктәрен ҡарау, сәсмә әҫәр өлгөләрен тыңлау насип булды. Ә китаптар күргәҙмәгә ҡуйылғайны. Ҡайһылай һәләтле балалар башҡарған был эштәрҙе, тип улар өсөн һөйөнөп ҡуйҙым.

АВТОР фотолары һәм видеоһы.

Ушинский ижады йыйҙы
Ушинский ижады йыйҙы
Ушинский ижады йыйҙы
Ушинский ижады йыйҙы
Ушинский ижады йыйҙы
Ушинский ижады йыйҙы
Ушинский ижады йыйҙы
Ушинский ижады йыйҙы
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: