+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
19 Ноябрь 2023, 11:00

Тәжрибә уртаҡлаштыҡ

Беҙҙә дистанцион форматта “Туристик берләшмәләр уҡыусыларының эҙләнеү-тикшеренеү эшмәкәрлеге” темаһына семинар үтте. Унда үҙәгебеҙ хеҙмәткәрҙәре һәм Ҡаҙағстан Республикаһының Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе Бурлы районы “Йәш туристар станцияһы” педагогтары ҡатнашты.

Тәжрибә уртаҡлаштыҡ
Тәжрибә уртаҡлаштыҡ

Ике яҡ та үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, беҙ Ишәй мәмерйәһе, Ҡыҙыл шишмәгә сәйәхәт хаҡында һөйләнек. Ҡаҙағстандан коллегаларыбыҙ ҡыҙыҡһынып тыңланы.

Практик дәрестә цифрлы технологиялар аша уҡыусыларҙы тикшеренеү эштәре яҙыу өсөн материал йыйыуға нисек ҡыҙыҡһындырырға икәнен белдек. Ҡаҙағстандан коллегаларыбыҙ тәрбиәләнеүселәре менән Башҡортостанға килергә ниәтләй. Бындай хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә отошло.

 

Римма БАЙМЫРҘИНА.

Республика туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәгенең директор урынбаҫары.

Өфө ҡалаһы.

Тәжрибә уртаҡлаштыҡ
Тәжрибә уртаҡлаштыҡ
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: