+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
24 Ноябрь 2023, 12:06

"Балалар тәүҙә эшләй, шунан уйлай шул"

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Профилактика. Хәүефһеҙлек. Балалар” форумы башланды. Ул бәлиғ булмағандар араһында енәйәт осраҡтарын булдырмау һәм кәметеү һорауҙарына арнала.

"Балалар тәүҙә эшләй, шунан уйлай шул"
"Балалар тәүҙә эшләй, шунан уйлай шул"

Пленар өлөштә мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин сығыш яһаны. Ул төбәгебеҙҙә балалар һәм үҫмерҙәр тарафынан башҡарылған енәйәттәр һаны борсоуын белдерҙе. Үҫеп килеүсе быуын вәкилдәре насар эш ҡылғас ҡына урындағы етәкселәр ҡыбырлай башлай, тине ул. Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин, шулай ҙа хәл күрше өлкәләргә ҡарағанда яҡшыраҡ, тип билдәләне. Әммә һуңғы арала төркөм менән башҡарылған енәйәттәр күбәйә икән. Бик насар.

Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина:

- Балалар тәүҙә эшләй, шунан уйлай шул. Ярай әле, проблема килеп тыуһа, үҙҙәре беҙҙең ойошмаға мөрәжәғәт итеүҙәре ҡыуаныслы. Бергәләп хәлде үҙгәртеп була, – тине.

Онлайн-бәйләнешкә Мәскәүҙән адвокат Евгений Корчаго ла сыҡты.

- Эргәлә терәк булырҙай кешеләрегеҙ бар. Әммә иң башта үҙегеҙҙән тора шул, йәш дуҫтарыбыҙ. Оло тормошҡа аяҡ баҫҡанда яңылышып китеү мөмкинлеге бар. Дауаханамы, төрмәме, әллә һалҡын ерме? Форумға йәштәр йыйылғанын күрәм, был бик ҡыуаныслы. Коллегалар, беҙ уларға ярҙам итергә тейешбеҙ. Ә Башҡортостан Республикаһында йәшәүселәр шундай бит ул: бер нәмәгә тотонһа, яҡшы итеп аҙағынаса алып барып еткерә. Был эште лә уңышлы башҡарасағығыҙға шигем юҡ!

Пленар өлөштә фәһемле ҡыҫҡа метражлы фильм күрһәтелде. Һуңынан ҡатнашыусылар майҙансыҡтарға таралышты. Улар балалар һәм үҫмерҙәр араһында наркоманияны профилактикалау, енәйәттәр булдырмау хаҡында һөйләшәсәк. Уҡыусылар һәм студенттар өсөн айырым биләмә булдырылған, унда психологтар саҡырылған. Форумды йомғаҡлау көндөҙгө өстә башлана.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: