+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
27 Ноябрь 2023, 16:45

Чемпион – беҙҙә ҡунаҡта

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында төрлө саралар уҙғарылып ҡына тора. Яңыраҡ элекке сығарылыш уҡыусыһы, грэпплинг һәм джиу-джитсу буйынса Европа чемпионы, “Тархан” клубы етәксеһе Динар Аҡмырҙин менән йылы осрашыу үтте.

Чемпион – беҙҙә ҡунаҡта
Чемпион – беҙҙә ҡунаҡта

Ул гимназияла уҡыу йылдары, спорт менән нисек шөғөлләнә башлауы тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Саранан һуң балалар таралышырға ашыҡманы, ағайҙарынан үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Билдәле спортсы уҡыусылар менән ихлас аралашты. “Алдығыҙға маҡсат ҡуйып йәшәгеҙ, шунда ғына хыялдарығыҙ тормошҡа ашасаҡ”, – тине ул.

Ҡунаҡ осрашыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек кисереүен еткерҙе, гимназияға, тәрбиәсеһе Римма Зәкәриә ҡыҙына тормошта кәрәкле дөрөҫ йүнәлеш биргәне өсөн рәхмәт әйтте.

Осрашыуҙан һуң чемпион үҙе уҡыған йылдарҙа баҫҡан эҙҙәре буйлап тулҡынланып йөрөп сыҡты. Белем усағының бөгөнгөһө менән һоҡланды, дуҫлыҡ, ярҙамсыллыҡ, берҙәмлек көслө бында, тине. 

Динар Аҡмырҙиндың өс балаһы ла атайҙары юлын һайлаған, ул шөғөлләнгән спорт төрөнә өҫтөнлөк биргәндәр. Әле үҙе асҡан “Тархан“ мәктәбендә улар кеүек үҫмерҙәрҙәргә көрәш серҙәрен аса ир-уҙаман. Яулаған еңеүҙәре менән бөйөк булһа ла, рухлы, ябай, эскерһеҙ ул. Һинең менән ғорурланабыҙ!

 

Римма ИҪӘНБАЕВА, Рима НӘБИЕВА,

тәрбиәселәр.

Өфө ҡалаһы.

Чемпион – беҙҙә ҡунаҡта
Чемпион – беҙҙә ҡунаҡта
Чемпион – беҙҙә ҡунаҡта
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: