+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
5 Декабрь 2023, 18:00

Бала саҡ эҙҙәре буйлап

Алыҫ араларҙы яҡын итеп, баш ҡалабыҙҙан яҡташыбыҙ, яҙыусы Гөлнара Мостафинаның тыуған яҡтарға ҡайтыуы, «Толпар» балалар баҡсаһында «Бала саҡ эҙҙәре буйлап» исемле осрашыуға килеүе тәрбиәселәр, балалар өсөн оло байрамға әүерелде.

Бала саҡ эҙҙәре буйлап
Бала саҡ эҙҙәре буйлап

Тыуған яҡ, тыуған йорт, бала саҡ... Был һүҙҙәрҙә күпме мә­ғәнә, тормош асылы ята. Һәр кем күпме, нисек тормош юлын үтеүенә ҡарамаҫтан, уй­ҙары менән тыуған йортона, бала сағына әйләнеп ҡайта.
Гөлнара Дамир ҡыҙы ла ба­ла саҡ хәтирәләре менән бүлеште. Кескәйҙәрҙе ҡыҙы Гүзәлдең иң яратҡан уйынсығы маймыл Нил менән таныштырҙы. Ижад юлының да тап бәләкәй саҡта башланыуы, мәктәп йылдарында гәзит-журналдарға яҙышыуы тураһында һөйләне.
Был сарала шулай уҡ беҙҙең яҡташыбыҙ Дилә Ринат ҡыҙы Мөхәмәтйәрованың булыуы байрамға йәм өҫтәне. Ул Гөлнара Дамир ҡыҙының «Өс теләк» исемле әкиәтен һәйләп ишеттерҙе. Әкиәттәге төп герой Радмирҙың бер көнө, уның мажаралары аша изгелек төшөнсәһен бик үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ итеп аңлатты. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
Гөлнара Мостафинанаң «Айыухан төҫтәр өйрәнә» әкиәте уҡыуға еңел, аңлайышлы. Мәктәпкә әҙерлек төркөмө ҡыҙҙары менән малайҙары әҫәрҙе сәхнәләштерҙе. Заһир Иҫәнбаев, Мәҙинә Зәйнуллина, Алмаз Сәйфуллин, Амелия Ғәлимова һәм Арыҫлан Иҫәнбаев үҙ ролдәрен бик килештереп башҡарҙы. Геройҙар­ҙың ярҙамсыл, итәғәтле, дуҫ булыуҙарын тамашасыларға оҫта итеп күрһәттеләр.
«Хәйерле иртә!» китапсы­ғындағы шиғырҙар бәләкәстәргә һүҙ байлығын арттырыу­ға булышлыҡ итә. Лилиә Аҡбулатова менән Айсель Шәйәхмәтованың яттан һөйләгән шиғырҙары бөтәһенең дә кү­ңеленә хуш килде. Һәр сығыштан һуң Гөлнара Дамир ҡыҙы балаларға яҡты иҫтәлек итеп китаптарын таратты. Ҡунаҡтарға бүләк ителгән «Толпар» балалар баҡсаһының символы – даға Баймаҡ ерендә үткән осрашыуҙы оҙаҡ йылдар хәтерләтеп торор әле. Ул борон-борондан ишек башына, тупһа аҫтына ҡағып ҡуйылған. Даға йортҡа тыныслыҡ, бәхет өләшеп тора, тип ышанғандар.
Ижад кисәһе «Йәш әлибаев­сылар» исемен йөрөткән мәктәпкә әҙерлек төркөмөнөң «Ҡояшлы ил» йыры менән тамамланды.

 

Гөлсинә ЗӘЙНУЛЛИНА,
«Толпар» балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды.
Баймаҡ ҡалаһы.

Бала саҡ эҙҙәре буйлап
Бала саҡ эҙҙәре буйлап
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: