+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
5 Декабрь 2023, 16:00

Өфөнән ҡунаҡтар килде

Мәктәбебеҙҙә иҫтәлекле осрашыу булды. Ҡунаҡҡа яҡташыбыҙ, беҙ яратып уҡыған «Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов килде. Бер үҙе генә түгел, ул дуҫтарын – «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков менән «Өмет» гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ноғомановты ла саҡырғайны.

Өфөнән ҡунаҡтар килде
Өфөнән ҡунаҡтар килде

Абруйлы ҡунаҡтарыбыҙ өр-яңы мәктәбебеҙ менән танышып өлгөргәйне. Һоҡланыуҙарын белдереп, был белем усағында на­сар уҡып булмай инде, тине улар. Эйе, беҙ һынатмаҫҡа тырышабыҙ. Уҡытыусыбыҙ Әлфиә Фәних ҡыҙы Иҫәнъ­юлова менән уҡыуҙа ла, төрлө сараларҙа ла гел алдынғы булырға теләйбеҙ.
Мирсәйет Ғүмәр улы беҙҙең синыфты «Йәншишмә» гәзитенә әүҙем яҙышҡан өсөн маҡтаны.
– Ике арала дуҫлыҡ күпере һалынды. Бәйләнешебеҙҙе өҙмәйек. Гәзиткә яҙылығыҙ, редакция үткәргән бәйгеләрҙә лә ҡатнашығыҙ, – тине ул.
Яҡташыбыҙҙың һүҙҙәре беҙгә ҡанат ҡуйҙы, тағы ла әүҙемерәк булырға вәғәҙә бирҙек. Директорыбыҙ Рөстәм Насырйән улы Дәүләтбирҙин уны күркәм юбилейы менән дә ҡотланы.

 

Фәнзилә АБДУЛЛИНА, IV «А» синыфы уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылындағы
3-сө полилингваль күп профилле мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: