Йыйылышта программа өсөн һайланған мәсьәләгә тауыш бирелде, финанслау суммаһы билдәләнде. Проектты әҙерләү һәм уны тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоу өсөн халыҡ араһынан инициативалы төркөм һайланды. Сауҙа үткәрелгәндән һуң экономияланған аҡсаны ҡулланыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Йомғаҡлау йыйылышында халыҡ бер тауыштан 251-се балалар баҡсаһы биләмәһенең иҫке ҡоймаһын алмаштырыу проектын хупланы. Яңы йыл алдынан бөтә маҡсаттар тормошҡа ашһын!