Ҡалай матур биҙәлгән.
Йәйғор кеүек сулпылары
Төшөп тора иҙәнгә...
Яңы йыл – балалар өсөн генә түгел, ата-әсәләр өсөн дә иң тылсымлы һәм иң көтөп алынған байрам! Уны һәр кем матур ҡаршыларға тырыша.
Өфө ҡалаһының 308-се башҡорт балалар баҡсаһында урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса ата-әсәләр өсөн оҫталыҡ дәресе үтте. Улар күбекле пластмассанан шыршыҡай-ҡупшыҡай эшләргә өйрәнде. Мауыҡтырғыс сарала ата-әсәләр генә түгел, балалар ҙа әүҙем ҡатнашты. Кескәйҙәр шыршыларҙы төрлө мәрйендәр, тәңкәләр, ҡар бөртөктәре менән зауыҡлы итеп биҙәп кенә ҡалманы, Ҡыш бабайға күптәнге теләктәрен – балалар баҡсаһы биләмәһенә яңы асфальт түшәргә кәрәклеген дә бәйән иттеләр. Йылы әңгәмә, бергәләп башҡарылған эш бөтәһендә лә Яңы йыл кәйефен арттырҙы.
Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашһын инде.
Мәйсәрә ХАММАТОВА,
өлкән тәрбиәсе.