+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Осрашыуҙар
28 Февраль , 20:00

Тыуған яҡ йырсылары

Үрмәт ауыл клубында үткән әҙәби-музыкаль кисәлә ҡатнашырға насип булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлмира Фәнис ҡыҙы Ғимазова әҙерләгән сарала уҡыусыларҙың ғына түгел, хеҙмәт ветерандары, Илеш башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Илшат Сибәғәтуллин, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, журналист Айгөл Ғәбитова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы Рәсидә Мостафина, мәғариф бүлеге хеҙмәткәре Земфира Мингажева, ауыл халҡының һәм уҡытыусыларҙың ҡатнашыуы тағы ла күңеллерәк, дәртлерәк итте.

Кисә яҡташ шағирҙарыбыҙ Роберт Миңнуллин, Ринат Хәйри һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, шиғырҙар менән үрелеп барҙы.

Ошондай саралар балаларҙа тыуған йортҡа, тыуған яҡҡа һөйөү, ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләй, яҡташтарыбыҙ ижадына ҡыҙыҡһыныу уята. Уҡыусыларҙың береһенән-береһе уҙҙырып оҫта шиғыр һөйләүе, йырлауында уҡытыусының оло хеҙмәте күренә. Бындай кисәләр күберәк булһын ине, тигән теләк белдерҙе ауыл халҡы.

Лариса Абдуллина балалар менән йәнле аралашты, журналдар бүләк итте. Тел, иман, шәжәрә тураһында мауыҡтырғыс итеп аңлатты, шиғырҙарын уҡыны. Айгөл Ғәбитова журналист булып китеүендә “Аҡбуҙат” журналының йоғонтоһо хаҡында һөйләне.

Уҡыусылар башҡа яҡташтарыбыҙ – Хәсән Сарьян, Әхсән Баян, Марат Кәбиров, Зәлифә Кашапова ижадын дә өйрәнһендәр, үҙҙәрендә зауыҡ тәрбиәләһендәр, шиғри һүҙҙең рухи үҫеш өсөн ниндәй дәрәжәлә кәрәкле икәнен аңлаһындар ине, тигән теләктә таралыштыҡ.

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир-шағир Мәлих Харистың да бала сағы, үҫмер, йәшлек йылдары Үрмәт ауылында үткән. Уның ижадын төплө өйрәнеп, исемен мәңгеләштереү өсөн хәтер кисәһенә йыйылырбыҙ, ти ауыл халҡы. Уны белгән кешеләр иҫән саҡта хәтирәләрен яҙып алырға, таҡтаташ ҡуйырға тәҡдим иттеләр.

 

Ғәлимә ҒӘЛИЕВА,

мәғариф хеҙмәте ветераны.

Илеш районы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: